

Бөгөн бөтә ил халҡы һәм ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙ “Еңеү диктанты” яҙҙы. Ошо айҡанлы Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров үҙ фекерен белдерҙе.
“Бөйөк Ватан һуғышы һәм Икенсе донъя һуғышы ваҡиғалары темаһына тарихи диктант – илебеҙ үткәненең иң мөһим биттәренең береһенә ҡағылышлы булыуыңды тойоу мөмкинлеге биргән ҙур проект.
Башҡортостан Башлығының, төбәк юғары уҡыу йорттарының граждандарҙы әхлаҡи йәһәттән тәрбиәләүгә ҙур өлөш индереүен иҫәпкә алып, Башҡорт дәүләт университеты “Еңеү диктанты” акцияһын иғлан иткәндең тәүге йылынан уҡ Башҡортостанда үҙәк майҙан булып тора.
2019 йылдан йыл һайын студенттар, уҡытыусылар, колледж, мәктәп уҡыусылары һәм Өфө халҡы – 200-ҙән ашыу кеше Икенсе донъя һуғышы ваҡиғалары буйынса үҙ белеменә ирекле баһа алыу өсөн Башҡорт дәүләт университеты майҙансығын һайлай. Был урында һуғыш ваҡытындағы мөхитте сағылдырырға тырышабыҙ: кинохроника кадрҙары, музей экспонаттары, плакаттар ҡуйыла, шул осорҙағы йырҙар яңғырай, бөтә ҡатнашыусыларға һалдат бутҡаһы таратыла.
Былар бөтәһе лә диктант яҙыусыларға илебеҙҙең ҡаһарман үткәнен тойорға, үҙенең еңеүселәр вариҫы икәнен аңларға мөмкинлек бирә”.
Фото: mobillegends.net