

3 сентябрҙә Рәсәйҙә һәм унан ситтә лә “Еңеү диктанты” халыҡ-ара илһөйәрлек акцияһы булды. Бөрөлә сарала 17 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Ҡалалағы дүрт майҙансыҡта диктант яҙырға теләгәндәрҙең барыһына ла урын еткән. Күп өлөшө онлайн форматта белемен тикшергән. Акцияла ҡала һәм район Советы депутаттары, хәрби хәрәкәт ветерандары, ирекмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, “Атайсал”да ҡатнашыусылар, уҡыусылар, студенттар, ҡала-район халҡы ҡатнашҡан. Бөтәһен дә бер маҡсат берләштергән – Бөйөк Ватаныбыҙҙың тарихын яҡлау һәм һаҡлау.
Быйыл акция Икенсе донъя һуғышы тамамланған көндә ойошторолдо. Диктантта ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Еңеү диктанты”н дәүләт, йәмәғәт һәм көс стурктуралары булышлығында “Берҙәм Рәсәй” партияһы, Рәсәй тарихи йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте ойоштора. Йылдан-йыл унда ҡатнашыусылар һаны арта. Әгәр ҙә 2019 йылда диктантты 100 мең тирәһе кеше яҙһа, 2021 йылда – 1,5 миллион ҡатнашыусы.
Фото: Бөрө районы хакимиәте.