Белем һәм тәрбиә
3 Сентябрь 2022, 16:00

"Илебеҙ тарихы - ул илһөйәрлек тарихы"

Баймаҡтар "Еңеү диктанты" акцияһына дәррәү ҡушылды.

"Илебеҙ тарихы - ул илһөйәрлек тарихы""Илебеҙ тарихы - ул илһөйәрлек тарихы"
"Илебеҙ тарихы - ул илһөйәрлек тарихы"

Билдәле булыуынса, бөгөн илебеҙҙә “Еңеү диктанты” акцияһы үтте. Сарала Баймаҡ районы халҡы ла әүҙем ҡатнашты.

Уларҙың күбеһе дистанцияла яҙҙы. Теләүселәр өсөн районда ике майҙансыҡ эшләне. Бөтә Рәсәй "Еңеү диктанты" акцияһында ҡатнашыу өсөн Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тә килгәйне. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

"Илебеҙ тарихы - ул илһөйәрлек тарихы. Беҙҙең бурыс - кешелекте фашизмдан азат итеүҙә халҡыбыҙҙың төп роле тураһында тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау һәм үҫеп килгән быуынға тапшырыу. Диктантта ҡатнашыу Бөйөк Еңеүгә килтергән ваҡиғаларҙы хәтерҙә яңыртырға мөмкинлек бирә.

45 минут эсендә 25 һорауға яуап бирҙеләр. Төрлө характерҙағы һорауҙар булды: текста төшөрөлмәгән һүҙҙәрҙе ҡуйырға, һуғышҡа арналған поэма авторын атарға, килтерелгән өҙөккә нигеҙләнеп, ҡаланы, ваҡиғаны йәки хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыны атарға. Был мәсьәләләрҙең ҡайһы берҙәре Бөйөк Ватан һуғышына арналған нәфис фильмдар һәм монументтарға ҡағылышлы ине", - тип яҙҙы ул.

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.

"Илебеҙ тарихы - ул илһөйәрлек тарихы"
"Илебеҙ тарихы - ул илһөйәрлек тарихы"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас