Белем һәм тәрбиә
3 Сентябрь 2022, 18:15

Көс нимәлә? Дөрөҫлөктә

“Еңеү диктанты”на буласаҡ нефтселәр ҙә ҡушылды.

Көс нимәлә? ДөрөҫлөктәКөс нимәлә? Дөрөҫлөктә
Көс нимәлә? Дөрөҫлөктә

Мәғлүм булыуынса, бөгөн “Еңеү диктанты” халыҡ-ара илһөйәрлек акцияһы үтте. Шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университеты ла диктант яҙыу майҙансығына әйләнде.

Университет аудиторияһында 84 кеше диктант яҙҙы. Студенттар, уҡытыусылар менән берлектә юғары уҡыу йортоноң уҡытыу-методик эш буйынса проректоры Александр Могучев һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Турайәнова “Еңеү диктанты” һорауҙарына яуап бирҙе.

– 77 йыл элек кешелек тарихындағы иң ҡурҡыныс яу – Икенсе донъя һуғышы тамамлана. Беҙҙең бурыс – тарихи дөрөҫлөктө һаҡлап, үҫеп килгән быуынға халҡыбыҙҙың донъяны фашизмдан ҡотҡарыуындағы төп ролен аңлатыу, – тине Александр Могучев.   

– Университетта “Еңеү диктанты”н яҙыу оҡшай, үҙем ошо уҡыу йортон тамамланым. Фильмдан бөтәһенә лә билдәле һүҙҙәрҙе еткерәм: “Көс нимәлә? Дөрөҫлөктә”. Бөгөн күп илдәр һәм кешеләр дөрөҫлөктө боҙорға, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың һуғыштағы ролен һәм әһәмиәтен кәметергә тырыша. “Еңеү диктанты” илебеҙҙең ҡаһарман үткәненә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу маҡсатын ҡуя, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Светлана Турайәнова.

“Еңеү диктанты” халыҡ-ара илһөйәрлек акцияһы дүртенсе тапҡыр ойошторола. Ул 42 илдәге 18700 майҙансыҡта офлайн һәм Диктантпобеды.рф сайтында онлайн рәүештә үтте. Быйыл диктантты ерҙә лә, һауала ла, хатта йыһанда ла яҙҙылар. 500-ҙән ашыу юғары уҡыу йорто акцияны үткәреү майҙансығына әйләнде.

Фото: ӨДНТУ сайты.

Көс нимәлә? Дөрөҫлөктә
Көс нимәлә? Дөрөҫлөктә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас