

Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортында ла “Еңеү диктанты”н яҙыу ойошторолдо. Был сарала аэропорт инде икенсе тапҡыр ҡатнаша.
Ватан тарихы буйынса белемен тикшерергә 30 кеше теркәлгән. Улар араһында эске авиалиния рейстары пассажирҙары, аэропорт хеҙмәткәрҙәре һәм Өфө ҡалаһы кешеләре.
Диктант яҙыу урыны итеп авиалинияларҙың 1-се эске терминалының стерилле зонаһын һайлағандар. Сарала ҡатнашыусылар өсөн барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырылған, етмәһә, улар самолеттарҙың осоуын һәм ергә ултырыуын күҙәтеү мөмкинлеген алды.
– Быйыл “Еңеү диктанты”н яҙыу ваҡыты ялымдың тәүге көнөнә һәм Мәскәүгә осҡан саҡҡа тура килде. Рейсты көткән сағым терминалда диктант яҙыу ваҡытына тура килде. Оло ҡәнәғәтлек менән ҡатнаштым! Үҙебеҙҙең аэропорттағы мөхит еңеүгә дәртләндерә. Яҡшы һөҙөмтәгә өмөт итәм, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты “Өфө” аэропорты пассажиры.
Фото: "Башинформ".