

Мәғлүм булыуынса, бөгөн “Еңеү диктанты” халыҡ-ара илһөйәрлек акцияһы үтә. Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының педагогика һәм психология факультеты корпусы ла диктант яҙыу майҙансығына әйләнде.
Сарала филиал директоры, филология фәндәре докторы, профессор И.А. Сыров та ҡатнашты. Игорь Анатольевич сығышында акцияның Рәсәйҙең бөтә төбәктәре халҡын һәм үҙенең иле яҙмышына, тарихына битараф булмаған сит илдәге ватандаштарҙы берләштереүен билдәләп үтте.
Теркәү үткән филиалдың барлыҡ коллективы, студенттар һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 500-ҙән ашыу кеше, ҡунаҡтар уҡыу йортоноң өс асыҡ майҙансығында диктант яҙыуҙа ҡатнашты.
“Еңеү диктанты” – Бөйөк Ватан һуғышы тураһында белемде тикшереү, хәтерҙе яңыртыу өсөн яҡшы мөмкинлек.
Фото: БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы.