Белем һәм тәрбиә
3 Сентябрь 2022, 17:00

"Үткәнһеҙ киләсәк юҡ"

"Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитетында ля диктант яҙҙылар.

"Үткәнһеҙ киләсәк юҡ""Үткәнһеҙ киләсәк юҡ"
"Үткәнһеҙ киләсәк юҡ"

3 сентябрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетында, баш ҡаланың башҡа күп майҙансыҡтарындағы кеүек үк, “Еңеү диктанты” халыҡ-ара тарихи акция ойошторолдо.

Республика халҡы 45 минут дауамында Икенсе донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса 25 һорауға яуап бирҙе. Унда ҡатнашыу өсөн “Еңеү диктанты” сайтында теркәлергә һәм республикалағы 238 майҙансыҡтың береһенә барырға кәрәк ине. Диктант кешеләргә барыу уңайлы булған майҙансыҡтарҙа ойошторолдо: мәктәптәрҙә, колледждарҙа, юғары уҡыу йорттарында, китапханаларҙа, музейҙарҙа, тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙә, Мостай Кәрим исемендәге Өфө аэропортында, Башҡортостандың Хәрби комиссариатында, “Рәсәй – минең тарих” тарихи паркында һәм башҡа урындарҙа.

Партияның төбәк башҡарма комитетында 50 кеше диктант яҙған. Шул иҫәптән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Дәүләт Думаһы депутаттары Римма Үтәшева, Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.

– Илебеҙгә Бөйөк Ватан һуғышында еңеү 26 миллиондан ашыу кешенең ғүмере хаҡы менән өлгәшелгән. Улар бөгөн беҙ йәшәгән, уҡыған, эшләгән тыныс зәңгәр күк өсөн  ғүмерҙәрен биргән. Үткәнһеҙ киләсәк юҡ, беҙ үҙебеҙҙең тарихты белергә тейешбеҙ, – тип фекере менән уртаҡлашты Ирек Сәғитов.  

Руслан Насретдинов “Еңеү диктанты” инде дүртенсе тапҡыр ойошторолоуын билдәләне.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты майҙансығында диктант яҙғандарға акция сертификаттары тапшырылды.   

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас