

Учалы районының Рысай ауылында йәшәгән Зөлфиә Хужәхмәтованы күптәр райондың данын күтәргән, уҡыусыларын юғары уңыштарға көйләй белгән, үтә талапсан, ғәҙел белгес булараҡ яҡшы беләләр.
Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы 1975 йылда донъяға килгән. Мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның биология факультетына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлаған йәш белгес йүнәлтмә буйынса Рысай ауылына эшкә килә. Ошо уҡ ауыл егете Фаил Ғизетдин улы менән танышып, ғаилә ҡоралар. Ике ул тәрбиәләй Хужәхмәтовтар. Өлкәндәре, Эмиль, быйыл Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап, ординатураға ингән. Мәктәптә уҡығанында ла һынатмай ул: тик "бишле"гә генә уҡыған егет Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашып, юғары уңыштарға өлгәшә, президент стипендиаты була. Ата-әсәһенең, ағаһының ҡыуанысы, һөйөнөсө булған кинйәләре Әҙел икенсе класта белем ала.
Уҡытыусы эшенең һөҙөмтәһе тәү сиратта уҡыусыларҙың уңыштарында сағыла. Сирек быуат хеҙмәт дәүерендә Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы төрлө кимәлдәрҙәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа 100-ҙән ашыу еңеүсе әҙерләгән. 2013 йылда ҡала-район буйынса алты бала Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабында призер була, өсөһө - Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы уҡыусылары. Һуңғылары араһынан береһе район тарихында тәү тапҡыр олимпиаданың йомғаҡлау этабында ҡатнаша. 2014 йылда дүрт уҡыусы төбәккә сыға, икеһе шулай уҡ Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы уҡыусылары була. 2020 йылда уның уҡыусыһы Зилиә Зәйнәғәбдинова экология буйынса Сочи ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының һуңғы этабында ҡатнаша. Призерҙар исемлегенә инергә уға ни бары бер генә балл етмәй. БДИ буйынса ла Зөлфиә Хужәхмәтова яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә: имтихан тапшырыусыларҙың күпселеге - юғары балл йыйыусылар.
- Уҡыусыларым араһында Өфө дәүләт нефть техник университетын, Силәбе медицина, Мәскәү дизайн һәм технологиялар университеттарын, Санкт-Петербург дәүләт, аграр университеттарын тамамлағандар бар. Әлеге ваҡытта Зилиә Зәйнәғәбдинова - Ҡазан федераль университетында, ә Дилә Фәйзуллина Б. Ельцин исемендәге Урал федераль университетында уңышлы белем ала, - тип ғорурлығын йәшермәй остаз.
"Уҡыусыларымдың уңышы - минең өсөн иң юғары баһа", - ти ул. Был һүҙҙәрҙе Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙының шәхси уңыштары ла дәлилләй. Юғары категориялы химия һәм биология уҡытыусыһы - "Йыл уҡытыусыһы-2002" конкурсы призеры, "Йыл педагогы-2013" конкурсында гран-при яулаусы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, 2006, 2015 йылдарҙа "Мәғариф" өҫтөнлөклө проекттар еңеүсеһе, Уҡытыусылар съезы делегаты һ.б.
Раил Кәлимуллин фотоһы.