Белем һәм тәрбиә
6 Сентябрь 2022, 15:09

Ауылда тынлы оркестрҙы етәкләй

Түбәнге Балтастың рухи биҙәктәре.

Алик Кайранов, Ирина Шәйхелисламова архивынан.Алик Кайранов, Ирина Шәйхелисламова архивынан.
Фото:Алик Кайранов, Ирина Шәйхелисламова архивынан.

Рухы, күңел көсө ныҡлы кеше тормош һикәлтәләренә лә бирешмәй. Мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итеүселәр күңелебеҙҙә матурлыҡ тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Клубтар гөрләп эшләгән ауылдарҙа насар күренештәрҙе лә тапмаҫһың. Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылы хаҡында ла ошо һүҙҙәрҙе әйтергә мөмкин.  Ул быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында юҡҡа ғына еңеү яуламаған.

Камиллыҡҡа, матурлыҡҡа ынтыла

 

Түбәнге Балтаста Балалар сәнғәт мәктәбенең филиалы булыуы бәлә­кәй­ҙән йәш быуында музыкаға һөйөү тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Ул шу­ныһы менән үҙенсәлекле, бында 1978 йылдан тынлы оркестр эшләп килә, уға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рим Баймыев нигеҙ һалған. Тәжрибәле белгес хаҡлы ялға сыҡҡас, был яуаплы эште уның уҡыусыһы Алик Кайранов дауам итә.

Мәҡәләлә һүҙем хәҙер инде үҙе лә сирек быуат ваҡыт мәҙәниәткә хеҙ­мәт иткән, ғүмер буйы тыуған ауылын­да балаларҙа музыкаға һөйөү тәрбиә­ләгән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Алик Нуриәхмәт улы тураһында.

Мәктәп йылдарында уны спорт һәм мәҙәниәт берҙәй ҡыҙыҡһындыра, ләкин музыкаға ынтылышы көслөрәк булып сыға. Армиянан һуң, Өфөлә сәнғәт училищеһын тамамлап, йәш белгес тыуған ауылына ҡайта. Тәүҙә уға ауыл мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе, аҙаҡ директоры вазифаһын тапшыралар. Бер аҙҙан балалар сәнғәт мәктәбендә тынлы инструменттар класы буйынса уҡытыу эшен алып бара башлай. Бер юлы Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында ла уҡырға өлгөрә. Сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүсе­ләрҙе тынлы инструменттарҙа: торбала, баритонда, тенорҙа уйнарға өйрәтә. 2002 йылдан алып өлгөлө тигән маҡтаулы исем йөрөткән тынлы оркестр районда ғына түгел, республика конкурстарында ла уңыштар яулай.

Алик Нуриәхмәт улы, шулай уҡ башланғыс һәм урта класс уҡыусы­ларын туплап, “Шуҡ малайҙар” вокаль ансамблен етәкләй. Ауыл мәҙәниәт йортонда уның “Орзи” ир-егеттәр халыҡ вокаль ансамбле лә үҙ тамашасыларын тапҡан. Репертуарында күберәк патриотик йырҙар тупланған был коллективтарҙың да конкурс һәм фестивалдәрҙә ҡаҙаныштары аҙ түгел.

Үҙенең уҡыусылары араһында артабан музыкаль йүнәлеш буйынса юлланыусылар ҙа бар, был да уҡы­тыу­сының йәш быуында музыка сән­ғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыуын сағыл­дыра.

Алик Кайранов оркестрҙа уйнау нескәлеген белгән һәләтле, белемле педагог, ойоштороусы ғына түгел, ком­позитор ҙа, ул 20-нән ашыу йыр авторы, яҡташтары уны үҙе ижад иткән йырҙарҙы башҡарыусы булараҡ та ихтирам итә. Улар “Минең Удмуртстаным” радиоһында ла яңғырап тора, ике тапҡыр “Йыл йыры” исеменә лайыҡ булған.

Әңгәмәсемдең өлгөлө ғаилә баш­лығы булыуы тураһында ла ишеттек. Үҙенең балаларын да музыка серҙә­ре­нә өйрәтә. Әйткәндәй, ҡатыны ме­нән улар өс бала үҫтерәләр, барыһы ла тынлы инструменттарҙа уйнай. Өлкәне бөгөн Ижевск дәүләт техник университетында уҡый, ҡалған икәүһе – мәктәп йәшендә. Ауыл, район, республика кимәлендәге төрлө конкурс­тарҙа ҡатнашыуҙары – ғаиләнең һәләтле генә түгел, берҙәм дә булыу билдәһе. Мәҫәлән, 2020 йылда улар “Яңы йыл ғаилә уйындары” республика фестиваленең муниципаль этабы еңеүсеһе исеменә лайыҡ булған. Спорт буйынса ярыштарҙа ла уңыш­тары менән ғорурлана алалар. Ә инде йыр-моңға ылығыу тарихи тамыр­ҙарынан килә.

– Музыкаға ҡыҙыҡһыныу нәҫеле­беҙҙә бар. Әсәйемдең – мандолинала, атайымдың гармунда уйнағанын тыңлап үҫтем. Үҙем өсөнсө класта уҡығанда гармунда һәм торбала уйнарға өйрәндем, – ти Алик Кайранов.

Музыкаға ғашиҡ кешенең күңеле лә һәр ваҡыт камиллыҡҡа, матур­лыҡҡа ынтыла. Ошо хис-тойғоно тирә-йүндәгеләргә өләшеп йәшәй белеүе менән дә һоҡланыу тыуҙыра Түбәнге Балтас ауылының үҙешмәкәр композиторы.

 

Оҫта ҡалаҡ һуғыусылар ҙа бар бында

 

Беҙ барған Түбәнге Балтас ауылы “Рус сувениры” исемле өлгөлө балалар ансамбле эшләүе менән дә тирә-яҡта данлыҡлы. 2000 йылда барлыҡҡа килгән был ансамбль ете йылдан өлгөлө тигән исемде яулай. Әле унда 8 – 15 йәшлек 30-ҙан ашыу бала шө­ғөл­ләнә.

Ансамбль етәксеһе Ирина Шәйхе­лис­ламова әйтеүенсә, төп составты ҙурыраҡ балалар тәшкил итә, конкурс­тарға ла күбеһенсә улар йөрөй. Баш­ланғыс класс уҡыусыларын туплап, алдан уҡ өлкәндәргә алмаш әҙерләй Ирина Абузат ҡыҙы.

– Был коллективта гел ҡыҙҙар шөғөл­ләнә. Ансамблгә шул тиклем яратып йөрөйҙәр, сығыштарҙы ғына түгел, репетицияларҙы көтөп алалар. Ауыл­дағы бер генә сара ла был ансамбл­дән башҡа үтмәй Рус йыр­ҙарынан попурри, халыҡ көйҙәрен башҡарабыҙ. Үҙем йырлап та сығыш яһайым, – тип һөйләне коллектив етәксеһе.

Уңыштарға килгәндә, улар байтаҡ. Мәҫәлән, Борайҙа уҙғарылған “Йәйғор” республика балалар фестиваль-конкурсында өсөнсө дәрәжә диплом менән бүләкләнгәндәр, Дыуан районында тынлы һәм һуҡма инструмент­тар республика конкурсында ла шулай уҡ өсөнсө дәрәжә дипломға лайыҡ булғандар, “Өфө-Арена”ла йәштәрҙең Рәсәй-Ҡытай ҡышҡы уйындарын асыу тантанаһында уңышлы сығыш яһаған­дар.

Үҙенең һөнәренә бала саҡтан ғашиҡ Ирина Шәйхелисламова мәҙә­ниәт йортоноң директоры булып ҡына 35 йыл эшләгән, бер үк ваҡытта “Рус сувениры” ансамблен дә етәкләй. Әлеге көндә хаҡлы ялға сыҡһа ла, балалар коллективы менән эшләүен дауам итә. Етәкселек йылдарында ауыл мәҙәниәт йортонда ла ҙур конкурстар ойоштороуға көс һала ул. Уларҙың береһе – “Ҡиммәтле бөртөк­тәр” удмурт фольклор коллектив­тарының төбәк-ара конкурсы. 2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йорто” грантына лайыҡ булыуҙары ла – эш һөҙөмтәһе күр­һәткесе. Әйткәндәй, грант аҡсаһына мәҙәниәт йорто өсөн видеопроектор, ноутбук кеүек аппаратуралар алынған. Ирина Абузат ҡыҙы 2017 йылда үҙе лә ауыл биләмәһендә урынлашҡан “Иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы хеҙмәткәре” тигән грантҡа лайыҡ булған. 

Бар ғүмерен тыуған еренә, туған халҡына хеҙмәткә арнай әңгәмәсем. Ижевскиҙа мәҙәни-ағартыу училище­һының дирижер-хор бүлеген тамам­лағандан һуң Түбәнге Балтасҡа ҡайта һәм унан айырылмай ҙа. Яҙмышын тыуған ауылы егете менән бәйләй.

– Алыҫҡа китмәнем, урамдың бер осонда йәшәй инем, икенсе осона кейәүгә сыҡтым. Ауылымды ла, эшемде лә яратам. Клуб – ул халыҡты туп­лаусы мәҙәни үҙәк, ауылдаштарым да сараларға яратып йөрөй, сөнки пандемия ваҡытында өйҙә ултырып күптәр ялҡҡайны. Клубҡа йөрөп, йәнле аралашыуға бер ни етмәй. Элегерәк халыҡ хатта гәзит уҡырға тип тә клубҡа килә торғайны әле, – тип төрлө йылдарҙы хәтергә алды Ирина Шәй­хелисламова.

Түбәнге Балтас киләсәктә лә айыҡ тормошҡа ынтылған, юғары мәҙә­ниәтле ауыл булып ҡалһын.

 


Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Тәтешле районы.

Читайте нас