Белем һәм тәрбиә
6 Сентябрь 2022, 10:30

“Белем Party” йыл һайын үтәсәк

Радий Хәбиров белдереүенсә, әле йәштәр өсөн төрлө саралар әҙерләү буйынса эш алып барыла

“Белем Party” йыл һайын үтәсәк“Белем Party” йыл һайын үтәсәк
“Белем Party” йыл һайын үтәсәк

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала Белем көнөн әҙерләү һәм үткәреүгә ҡағылышы булған һәр кемгә яҡшы ойоштороу өсөн рәхмәт әйтте. Уның белдереүенсә, бар саралар ҙа юғары кимәлдә үтте.

Шулай уҡ республика етәксеһе 1 сентябрҙә Өфө вуздарының беренсе курс студенттары өсөн үткәрелгән “Белем Party” байрамын юғары баһаланы.

– Концерт, сығыштар булды, башлыса беренселәрҙе йыйҙыҡ. Улар тәүге көндән үҙҙәрен ҙур "ғаилә" өлөшө итеп тойорға тейеш. Минеңсә, байрам уңышлы үтте, шуға күрә ул даими уҙғарылырға тейеш, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башлыҡ белдереүенсә, әле йәштәр өсөн төрлө саралар әҙерләү буйынса эш алып барыла. Шулай уҡ беренсе курс студенттары өсөн “өс ҡағылыу” принцибына баҫым яһаны, улар башҡа төбәктәргә, шул иҫәптән Мәскәүгә уҡырға киткәндә лә республика ярҙамын тойорға тейеш тине. Был бурысты ул хакимиәт башлыҡтары алдына ҡуйҙы.

“Һеҙҙең бурысығыҙ – уҡыу йылдарында улар янында булыу, ярҙам күрһәтеү һәм кире саҡырыу. Шул саҡта беҙгә юғары квалификациялы белгестәр киләсәк”, – тине республика Башлығы.

Фото: Уфа1. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас