Белем һәм тәрбиә
6 Сентябрь 2022, 09:00

“Шәп тема”ның еңеүсеһе кем булыр?

Башҡортостан уҡытыусылары шоуҙа ҡатнашыусыларҙың дәрестәрен көтә

“Шәп тема”ның еңеүсеһе кем булыр?“Шәп тема”ның еңеүсеһе кем булыр?
“Шәп тема”ның еңеүсеһе кем булыр?

Илдең иң шәп уҡытыусыһын тиҙҙән “Рәсәй 1” телеканалында “Шәп тема” финал гранд-шоуында күрәсәкбеҙ, ошо көндәрҙә беренсе һайлап алыу этабы тамамланды.

Шоуҙың икенсе һайлап алыу этабына бөтә илдән 34 уҡытыусы сыҡты. Уларҙан асыҡ тауыш биреүҙә ете уҡытыусы һайланасаҡ. Тап улар үҙҙәренең оҫталығын эфирҙа күрһәтәсәк – билдәле ғалимдарға, космонавтарға, музыканттарға, популяр театр һәм кино артистарына үҙ предметтары буйынса дәрес бирәсәк.

Башҡортостан уҡытыусылары ярымфиналға үтмәне. Әммә улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән проекттың тамамланыуын көтә.

- "Шәп тема" конкурсының һайлап алыуында ҡатнашыу бик мауыҡтырғыс һәм фәһемле булды.  Эйе, артабан үтә алманым. Мин быны еңелеү тип ҡабул итмәйем, ҡурҡмауым, оялмауым һәм ғариза ебәргәнем өсөн ҡәнәғәтмен. Миңә бик күп кешеләр ярҙам итте, - тип һөйләй Мәләүез ҡалаһының 8-се мәктәбенән география уҡытыусыһы Наталья Ҡунаҡбаева. – “Шәп тема” шоуында еңеүселәрҙең дәрестәрен, айырыуса география дәрестәрен ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡараясаҡмын.

- Миңә конкурстың ғәҙәти булмаған форматы оҡшаны, бәйгеселәрҙең визиткаларынан сағыу тәьҫораттар алдым, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Октябрьский ҡалаһындағы 22-се мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Айгөл Хажиева. - Мин ойоштороусыларға аңлауҙары һәм ихлас аралашыуҙары өсөн рәхмәт әйтәм. “Шәп тема” конкурсанттарына үҫеш һәм юғары рейтингтар, профессиональ планда ныҡлы һәм көслө булыуҙарын теләйем.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса “Рәсәй” телеканалы һәм Рәсәй Мәғариф министрлығы “Бәйләнештә” социаль селтәре булышлығында “Шәп тема” шоуын ойошторҙо.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас