Белем һәм тәрбиә
7 Сентябрь 2022, 10:30

Герой хаҡында инша яҙҙылар

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Геральдика залында үҙенсәлекле, матур йөкмәткеле сара үтте. Бында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар летчик Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған иншалар конкурсына йомғаҡ яһалды.

Герой хаҡында инша яҙҙыларГерой хаҡында инша яҙҙылар
Герой хаҡында инша яҙҙылар

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Геральдика залында үҙенсәлекле, матур йөкмәткеле сара үтте. Бында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар летчик Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған иншалар конкурсына йомғаҡ яһалды.

Сараның төп ойоштороусыһы булып “Республика Башкортостан” ижтимағи-сәйәси гәзите сығыш яһаны.

- Данлы яҡташыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы иғлан иткән конкурсыбыҙҙа 239 йәш кеше ҡатнашты. Беҙҙең башланғысыбыҙҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Мәғариф һәм фән министрлығы, Илеш районы хакимиәте, республиканың ДОСААФ ойошмаһы хуплап ҡаршы алды һәм ойоштороусылар булараҡ сығыш яһаны, - тип һөйләне “Республика Башкортостан” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Нәбиева.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев беҙҙең көндәрҙә бындай конкурстың айырыуса әһәмиәтле булыуын айырып билдәләне.

- Муса Гәрәев үҙенең бөтә батырлыҡтарын йәш сағында яһаған. 250-нән ашыу хәрби осош эшләгән ҡыйыу летчик, ҡурҡыу белмәҫ штурмлаусы ҡыйыулығы менән генә түгел, кешелек сифаттары менән дә айырылып торған. Ул асыҡ күңелле кеше булған. Уның кеүек шәхестәрҙе, беҙгә тыныс тормош бүләк иткән батырҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләгән, геройҙың тормош юлын, хәрби ҡаҙаныштарын өйрәнергә этәргес булған конкурсты ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға, балаларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға ҙур рәхмәт! – тине сығышында Константин Борисович. Артабан ул конкурс еңеүселәрен әҙерләгән уҡытыусыларға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Артабан ижади эштәре иң яҡшы тип табылған уҡыусылар тәбрикләнде. Улар – Асҡын ауылының 1-се мәктәбенән Вадим Бабкин, Благовещенск ҡалаһының 6-сы мәктәбенән Ксения Федосеева, Межгорье ҡалаһындағы 3-сө мәктәптән Софья Ҡыуатова, Өфө ҡалаһының 105-се мәктәбенән Ангелина Әхәтова, Илеш районының Ябалаҡ урта мәктәбенән Элина Заһитова, Балтас районының Көндәшле урта мәкәбенән Азалия Фаҡиева, Өфө ҡалаһының 42-се лицейынан Полина Ступникова һәм Виктория Полякова, Ҡырмыҫҡалы районының Подлоб мәктәбенән Виктория Гәрәева. Ә Башҡорт дәүләт педагогия университетының 4-се курс студенты Екатерина Клементтың иншаһы иң яҡшыһы тип табылды һәм ул абсолют еңеүсе булараҡ тәбрикләнде. Йәштәргә сараның төп бағыусыһы – Ҡырмыҫҡалы районының Почетлы гражданы, “Вилюй” компанияһының генераль директоры Михаил Малюшин, “Республика Башкортостан” гәзите, Мәғариф һәм фән министрлығы, Илеш районы хакимиәте, республиканың ДОСААФ ойошмаһы әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар тапшырылды.

Конкурста ҡатнашҡан егет һәм ҡыҙҙар үҙҙәре өсөн Муса Гәрәевте яңынан асыуы, уның хәрби юлын һәм тормошон өйрәнеп һоҡланыуы, батыр хаҡында бик күп яңы мәғлүмәт белеүе тураһында әйтте.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Герой хаҡында инша яҙҙылар
Герой хаҡында инша яҙҙылар
Герой хаҡында инша яҙҙылар
Герой хаҡында инша яҙҙылар
Герой хаҡында инша яҙҙылар
Герой хаҡында инша яҙҙылар
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас