

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 7 сентябрҙә, Премьер-министр урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова Өфө ҡалаһындағы 21-се лицей уҡыусылары өсөн финанс белем буйынса асыҡ дәрес үткәрҙе. Маҡсат - уҡыусыларҙа финанс өлкәһенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, грамоталы финанс тәртибе ҡулайламалары менән таныштырыу, төп финанс төшөнсәләрен нығытыу, финанс белеменең именлек нигеҙе булыуына ышаныс тыуҙырыу.
"Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығы күп йылдар инде халыҡтың төрлө йәш төркөмдәренең финанс белемен арттырыуға йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн инфраструктураны үҫтерә. Финанс грамоталылығына йәштән үк өйрәтергә кәрәк. Был мөһим тормош күнекмәләре хәҙерге заман кешеһе алып барған эшмәкәрлектең бөтә өлкәләренә лә ҡағыла", - тип билдәләне Лира Иғтисамова.
Асыҡ дәрес барышында унынсы класс уҡыусылары дәүләт һәм ғаилә бюджеттарының нисек формалашыуын, бюджет, һалым системаларының нисек эшләүен, финанс планлаштырыуҙың нимә өсөн кәрәклеген, үҙ пландарыңды тормошҡа ашырыу өсөн нисек аҡса йыйырға мөмкин булыуын асыҡланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы уҡыу йылынан башланғыс һәм төп дөйөм белем биреүҙең яңыртылған федераль дәүләт мәғариф стандарттарына ярашлы, бөтә мәктәптәрҙә лә финанс грамоталылығы элементтары тейешле предметтар сиктәрендә белем биреү процесының мотлаҡ өлөшө булып тора.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru