

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановтың сәхифәһенән:
“Беренсе тапҡыр “Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы үтә. Был - Рәсәй Мәғариф министрлығының бик дөрөҫ башланғысы. Беҙҙең туған тел уҡытыусыларына ошондай ярҙам бик кәрәк.
Конкурстың этабы 11-18 сентябрҙә Ставрополь крайында үтәсәк. Шул уҡ ваҡытта 16 сентябргә тиклем “Бәйләнештә” селтәрендә “Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы буйынса интернет-тауыш биреү бара.
Башҡортостан данын “Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы-2022” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе, Өфөнөң 107-се лицейы уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов яҡлаясаҡ.
Беҙҙең конкурсантты алға сығарыуға булышлыҡ итеүегеҙҙе, уның медиавизиткаһы өсөн ошо һылтанма аша тауыш биреүегеҙҙе һорайым: https://vk.com/app7198399#poll63173761342b6d0cfd56a0a3”.
Фото А. Бадрановтың сәхифәһенән.