Белем һәм тәрбиә
9 Сентября 2022, 11:45

Рәсәйҙә иң тәүгеһе буласаҡ

“Был форум – полилингваль белем биреү системаһын үҫтереүгә этәргес биргән сара”, - тип билдәләне Айбулат Хажин. 

Рәсәйҙә иң тәүгеһе буласаҡРәсәйҙә иң тәүгеһе буласаҡ
Рәсәйҙә иң тәүгеһе буласаҡ

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн һәм иртәгә, йәғни 9-10 сентябрҙә, Өфө ҡалаһындағы “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы базаһында Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтә.

Форумда ҡатнашыусылар заманса милли һәм полилингваль мәктәптәр, башҡорт һәм туған телдәрҙе уҡытыу, туған телде өйрәнеүҙә ғаилә тәрбиәһе, этномәҙәни тәрбиә, илһөйәрлек һәм башҡа темаларға арналған майҙансыҡтарҙа эшләй, фекер алыша, тәжрибә уртаҡлаша.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республикала туған телдәрҙе уҡытыуҙы ойоштороу, полилингваль белем биреү йүнәлешен үҫтереү тураһындағы фекерҙәре менән бүлеште.

- Беҙҙә полилингваль белем биреүҙе үҫтереү үҙенсәлеге төбәгебеҙҙең тап ана шул күп телле булыуы менән дә тығыҙ бәйле. Ул төрлө милләттәрҙең туған телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында алып барыла. Беҙҙең был йүнәлештәге селтәр тик үҫешә генә бара: сыуаш, мари, удмурт телдәре лә күҙ уңында тотола. Башҡа төбәктәрҙә асылған полилингваль мәктәптәр моноэтник характерҙа булһа, беҙҙә улар күп милләтлелектең, күп мәҙәниәтлектең сағылышы булып тора.

Рәсәй Мәғариф министрлығындағы коллегаларыбыҙға беҙҙә ҙур форум үткәреү тәҡдиме менән сыҡтыҡ. Илдең башҡа төбәктәрендәге полилингваль белем биреү усаҡтарының вәкилдәрен бергә йыйып, ошо йүнәлештә берҙәм Рәсәй концепцияһын булдырыу теләге бар. Әлегә һәр субъект үҙ ҡаҙанында ҡайнап, үҙе белгәнсә эшләй, шуға күрә беҙгә берҙәм алымдар, берҙәм методика кәрәк. Мәҫәлән, полилингваль белем биреү өсөн туған тел әсбаптарын нәшер итеүҙе федераль кимәлдә хәл итеү бурысы тора.

Әлеге ваҡытта республикабыҙҙа дүрт полилингваль мәктәп эшләп килә. Хәйбулла һәм Учалы райондарында тағы ике белем усағын асыу көтөлә. Шулай уҡ бөгөн Мари иле Республикаһындағы коллегаларыбыҙ менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, Мишкә районы үҙәге Мишкә ауылындағы мәктәпте төҙөкләәндереүгә финанс табылды. Ул Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә мари телен өйрәнеү буйынса тәүге полилингваль мәктәп буласаҡ.

Ғөмүмән, был форумды полилингваль белем биреү системаһын үҫтереүгә этәргес биргән, уның таяныу нөктәһе булған сара тип әйтергә мөмкин.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас