Белем һәм тәрбиә
9 Сентябрь 2022, 13:30

“Төп маҡсат – туған телдәрҙе һаҡлау”

Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.  

“Төп маҡсат – туған телдәрҙе һаҡлау”“Төп маҡсат – туған телдәрҙе һаҡлау”
“Төп маҡсат – туған телдәрҙе һаҡлау”

Бөгөн Өфө ҡалаһындағы “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы базаһында үткән Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. 

– Республикабыҙҙа алты телдә уҡытыу алып барыла, йәғни был телдәр тәрәндән өйрәнелә: туған тел булараҡ рус, башҡорт, татар, удмурт, сыуаш, мари телдәре. Ә дөйөм алғанда, 14 тел өйрәнелә. Барыбыҙға ла билдәле, беҙ күп милләтле, күп телле республикала йәшәйбеҙ. Бөгөнгө сараны асыу тантанаһында балаларҙың төрлө телдәрҙәге сығыштарын ҡараныҡ. Рәсәй халыҡтарының күп теллелеген һаҡлау – ул илдең берҙәмлеген, милләттәр дуҫлығын сағылдырған ҡиммәт. Был форум тап ошо күп теллелекте тағы ла нығыраҡ танытыу, һаҡлау, үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Ул республикабыҙҙың үҙенсәлеген асыҡ сағылдыра. Форум тәүге тапҡыр ғына үткәрелмәй, ул – Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы башланып, йыл һайын ойошторолоп килгән сара һәм туған телдәрҙе, әҙәбиәттәрҙе һаҡлауҙы, үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Уны, һис шикһеҙ, уңышлы проект тип баһалайбыҙ. Форум барышында төрлө яңы тәҡдимдәр, фекерҙәр еткерелә, уларҙың күптәре тормошҡа ашырылып килә, дәүләт сәйәсәтенең бер өлөшөнә әйләнә. Был ниндәйҙер кимәлдә туған телдәрҙе өйрәнеү, уҡытыу өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итергә, сетерекле һорауҙарҙы яйға һалырға ярҙам итә.

Быйылғы форумдың республикала билдәләнгән Милли кейем көнөндә үткәрелеүе лә символик мәғәнәгә эйә, – тип билдәләне Азат Шамил улы, Башҡортостанда туған телдәрҙе уҡытыу торошо һәм бөгөнгө сараның төп маҡсаты, бурыстары менән таныштырып.

“Туған телдәрҙе уҡытыуға ҡарата төрлө ҡараш йәшәп килә. Һеҙҙеңсә, ул теләк буйынса булырға тейешме?” – тигән һорауға яуап биреп, Азат Бадранов түбәндәгеләрҙе әйтте:

- Әлбиттә, тел өйрәнеүҙең теләк буйынса булырға тейешлеге бер кемдә лә һорау тыуҙырмай. Беренсенән, был - федераль ҡануниәт. Икенсенән, беҙ туған телдәрҙе уҡытыу тарихын ныҡлы өйрәнәбеҙ. Телде һаҡлау, үҫтереү, өйрәнеү йәһәтенән ниндәйҙер кимәлдә борсолоу һәр милләткә, шул иҫәптән беҙҙең республикала йәшәгән халыҡтарға ла хас күренеш. Һәм туған телдәргә хас проблемалар барыһы өсөн дә яҡынса бер иш. Беҙҙең өсөн телде быуындан быуынға тапшырыу, уны мәктәпкәсә белем биреүҙә өйрәнеү өсөн шарттар булдырыу бик мөһим.

Беҙ ошо ваҡыт эсендә төрлө белгестәр, тел институттары директорҙары менән аралаштыҡ, улар араһында Мәскәү белгестәре лә булды. Әйткәндәй, Мәскәүҙә йыл һайын “Рәсәй халыҡтары телдәре” форумы үтә. Бөтә белгестәр ҙә, әгәр тел быуындан быуынға тапшырылмаһа, балалар уны балалар баҡсаһы йәшендә өйрәнмәһә, ғаиләлә ишетеп үҫмәһә, мәктәп тарафынан күрһәтелгән тырышлыҡтың ғына һөҙөмтәлелеге аҙ, тип билдәләй.

Бөгөнгө форумда ата-әсәләргә балаларына тел өйрәтеү йәһәтенән ниндәй мотивация саралары булдырыу, тағы ниндәй әсбаптар, мобиль ҡушымталар кәрәклеге, ғаиләлә туған телдә аралашыуҙы киңерәк танытыу, ата-әсәләрҙе ошоға дәртләндереү тураһында ла һүҙ барасаҡ.

Һорауға әйләнеп ҡайтып, нимә әйткем килә? 2018 йылда Радий Фәрит улы менән ошо мәсьәлә буйынса фекер алышҡанда шуны билдәләнек: беҙҙең бурыс – рус малайын башҡортса йәки татарса һөйләшергә өйрәтеү түгел, ә башҡорт малайы йәки ҡыҙы – туған башҡорт телен, татар малайы һәм ҡыҙы туған татар телен белһен, һөйләшһен, артабан уны үҙ балаларына өйрәтһен. Йәғни төп маҡсат – бөгөнгө глобалләшеү, урбанизация шарттарында туған телдәрҙе һаҡлау.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас