Белем һәм тәрбиә
9 Сентябрь 2022, 17:30

Яуаплылыҡты ғаиләләргә генә йөкмәтмәйбеҙ

Азат Бадранов: "Беҙ күп теллелегебеҙ менән ғорурланабыҙ. Ошо күп теллелектең берҙәмлеге тағы ла ҙурыраҡ ғорурлыҡ уята”.

Яуаплылыҡты ғаиләләргә генә йөкмәтмәйбеҙЯуаплылыҡты ғаиләләргә генә йөкмәтмәйбеҙ
Яуаплылыҡты ғаиләләргә генә йөкмәтмәйбеҙ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙә бөгөн Өфөлә үткән Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумына арналған яҙма менән уртаҡлашты.

“Милли кейем көнөндә Туған тел уҡытыусыларының төбәк-ара форумының эшен асыуыбыҙ символик мәғәнәгә эйә. Сара матур йолаға әүерелде. Йыл һайын, тәүҙә республика Башлығы тәҡдиме менән, хәҙер инде уҡытыусыларҙың талабы буйынса туған телдәрҙе уҡытыуҙың иң яҡшы методикаларын һәм тәжрибәләрен һаҡлау, үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәбеҙ.

Унда бөтә туған телдәр уҡытыусылары - рус һәм башҡорт телдәренән алып латыш, иврит телдәренә тиклем - ҡатнаша. Бөтәһе 14 тел.

Уҡытыусыларыбыҙ тормошонан ҡыҙыҡлы факт. Украин ауылдарынан украин теле уҡытыусылары Мәскәүгә командировкаға ебәрелде һәм украин теленең классик дәреслеген әҙерләү эшенә йәлеп ителде. Тап беҙҙең белгестәргә мөрәжәғәт итеүҙәре ҡыуандыра.

Фекер алышыуға беҙ был өлкәләге алдынғы эксперттарҙы, белгестәрҙе саҡырабыҙ. Мәскәүҙән һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡунаҡтар килә.

Был эшебеҙҙә төп йүнәлештәрҙең береһе туған телде өйрәтеүҙе быуындан быуынға тапшырыуға булышлыҡ итеү, тип һанайбыҙ. Тел ғилеме һәм педагогика өлкәһендәге эксперттарҙың фекеренсә, әгәр бала мәктәпкә тиклем туған телде ишетмәһә һәм ҡулланмаһа, мәктәптә өйрәнеү әҙ һөҙөмтәле буласаҡ. Яуаплылыҡты ғаиләләргә генә йөкмәтмәйбеҙ, был мәктәпкәсә белем биреүгә лә ҡағыла. Мәҫәлән, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре бар. Улар ни ҡәҙәр һөҙөмтәле эшләй, ниндәй уҡытыу-тәрбиә биреү программаларын ҡуллана – ошо балалар баҡсаһы төркөмөнә балаһын алып килгән ғаилә шуға бәйле лә һөҙөмтә ала. Бөгөн беҙ был йүнәлештә иң яҡшы тәжрибәләрҙе әүҙем өйрәнәбеҙ, үҙ тәҡдимдәребеҙҙе әҙерләйбеҙ. Телде ғаилә менән өйрәнеү, ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың өйҙәге эше өсөн дә уҡыу материалдары булырға тейештер, моғайын.

Беҙ күп теллелегебеҙ менән ғорурланабыҙ. Ошо күп теллелектең берҙәмлеге тағы ла ҙурыраҡ ғорурлыҡ уята”, - тип яҙҙы Азат Бадранов.

Фото: vk.com/wall140293852_4264

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас