

Мәләүез районында “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды. “Мәғариф” милли проекты нигеҙендәге бындай эш районда 2019 йылдан алып уңышлы тормошҡа ашырыла.
Заманса техника менән йыһазландырылған кабинеттар Ергән, Һарыш, Воскресенск, Нордовка, Корнеевка, Дарьин, Нөгөш һәм 1 май ауылдарында асылды. Быйыл иһә балалар Смаҡ, Һаман-Ивановка, Восточный һәм Александровка мәктәптәрендәге яңы кабинеттарҙа уҡый. Маҡсат – ҡыҙ һәм малайҙар сифатлы белем алһын һәм һәләтен үҫтерһен.
"Яңы “Үҫеш нөктәһе” белем үҙәктәре тулыһынса ремонтланды һәм яҡшы итеп йыһазландырылды", – ти Смаҡ ауылындағы Денис Бүләков исемендәге мәктәп директоры Мораҙым Шаһманов.
Һамар-Ивановка ауылы мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәген асыр алдынан педагогтар квалификацияны күтәреү курстары үткән.
Фото: Смаҡ ауылы мәктәбе.