

Быйыл Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы тәүге тапҡыр "Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы" Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсын үткәрә. Сара туған телдәрҙе һәм туған әҙәбиәтте уҡытыуҙа инновациялы педагогик тәжрибәләрҙе асыҡлауға, таратыуға, уҡытыусыларҙы дәртләндереүгә йүнәлтелгән.
12-18 сентябрҙә Ставрополь крайында конкурстың ике туры үтә. Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары "Методик оҫтахана"ла үҙенең компетентлығын һәм "Дәрес"тә һөнәри күнекмәләрен күрһәтәсәк, класс сәғәте үткәрәсәк, оҫталыҡ дәресендә тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Унда Рәсәйҙең 69 төбәгенән уҡытыусылар, шул иҫәптән Башҡортостанда "Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы" Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсының төбәк этабы еңеүсеһе, Өфөләге 107-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов ҡатнаша.
"Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсы - илебеҙҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙа яңы этаптың башы, - ти конкурстың ойоштороу комитеты һәм жюриһы ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова. - Бөгөн "Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы" бөтә Рәсәй һөнәри конкурсын асыу тантанаһы булды, йәрәбә үткәрелде. Башҡортостан данын Мирас Ишдәүләтов яҡлаясаҡ. Конкурс аҙна дауамында барасаҡ һәм еңеүсе үҙ субъектына киләһе йылда был конкурсты үткәреү хоҡуғын бирәсәк. Сарала бөтә ил тиерлек ҡатнаша. Уның Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында, Халыҡ-ара ерле халыҡтар телдәре ун йыллығында уҙғарылыуы һәм уҡытыусыларҙы яҡлауға, дәртләндереүгә йүнәлтелеүе айырыуса мөһим. Конкурсты ойоштороусы - Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы, федераль операторы - Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының Федераль туған телдәр институты. Был майҙансыҡ артабан даимиға әйләнер, тип ышанабыҙ. Уҡытыусыларҙың конкурсҡа илһамланып, дәртләнеп килгәнен күрәбеҙ. Беҙ иң яҡшы тәжрибәләрҙе ҡараясаҡбыҙ, баһалаясаҡбыҙ".
Конкурстың төп маҡсаттары булып һәләтле туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыларын асыҡлау, иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыларының тәжрибәһен дөйөмләштереү, таратыу, педагогик йәмәғәтселек араһында мәҙәниәт-ара, белем биреү формалары, хәҙерге социаль-иҡтисади шарттарҙа этномәҙәни белем биреү системаһын үҫтереү проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеү тора.
"Ставрополь крайының ошо сара өсөн майҙансыҡ итеп һайланыуына бик шатбыҙ. Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары башҡарған эш баһалап бөткөһөҙ. Улар балаларҙы донъяның, илебеҙҙең, тыуған төйәгебеҙҙең мәҙәниәте менән таныштыра, күп милләтле Рәсәйҙең үҙенсәлеге һәм көсө халыҡтарыбыҙҙың дуҫлығы, берҙәмлеге икәнен аңларға өйрәтә", - тип билдәләне Ставрополь крайының мәғариф министры Евгений Козюра.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.