

Өфө ҡалаһындағы “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында үткән Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумында ҡатнашҡан 2-се “Смарт” республика полилингваль күп профилле гимназия директоры Наил Әминев белдереүенсә, педагогтарға киләсәктә аныҡ маҡсаттар ҡуйыу һәм эш йүнәлештәре билдәләү өсөн бындай сараның фәтүәһе бик ҙур.
– Бөгөн иҫке ҡараштар урынына, тел мөхитен булдырыу аша, шулай уҡ туған телде өйрәнеү өсөн һанлы инфраструктура аша туған телдәрҙе танытыу методикаһы эше (шул иҫәптән, балалар өсөн дә), юлға һалына, – тине Наил Радик улы. – Маҡсат – киләсәк менән йәшәү, алға ҡарап эш итеү.
Наил Әминев туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының берҙәмлегенә һәм заман менән бергә атлауына һоҡланыуын йәшермәне.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.