

Бала туған телен, әлбиттә, тәү сиратта әсәһенән, атаһынан, яҡындарынан өйрәнә, әммә белем биреү ойошмаларының да был йәһәттән өлөшө, һис шикһеҙ, баһалап бөткөһөҙ.
Иҫке Бәпес ауылы балалары “Йәйғор” мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһына йөрөй. Уға Гүзәл Рәжәп ҡыҙы Ғәлиуллина етәкселек итә. Шуны билдәләргә кәрәк, был белем биреү ойошмаһының туған телде өйрәтеүҙә роле баһалап бөткөһөҙ: 2020 йылда Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән I төбәк-ара “Тәрбиә һәм белем биреү башҡорт телендә алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы” конкурсында Иҫке Бәпес ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы еңеүсе булды. “10 башҡортса смартфон, 10 башҡортса планшет бүләк иттеләр, – ти Гүзәл Рәжәп ҡыҙы. – “Өләсәйем һандығы” тип исемләнгән видеояҙма әҙерләгәйнек. Ул конкурс онлайн рәүешендә үткәрелгәйне”.
Гүзәл Ғәлиуллина – сығышы менән Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан. Иҫке Бәпескә килен булып төшөүенә сирек быуат ваҡыт үткән инде, балалар баҡсаһына мөдир итеп тәғәйенләнеүенә лә тиҫтә йыл самаһы. Тәрбиәсе Гөлсөм Вәлиева, уның ярҙамсыһы Нурия Аҫылғужина, ашнаҡсы Айһылыу Мөхәмәтҡолова һәм башҡалар урындағы балаларға туған телгә һөйөү уятырға, тәрбиә нигеҙҙәрен бирергә тырыша.
Балалар баҡсаһында алынған тәрбиә кешенең киләсәк тормошона нигеҙ һалыуын төплө аңлай улар, сөнки тап ошо осорҙа бәләкәй ҡыҙҙарҙа һәм малайҙарҙа тирә-яҡ мөхиткә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләнә, улар яҡшылыҡты яуызлыҡтан айыра белергә, шәфҡәтлелеккә, изгелеккә, әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәргә өйрәнә.
Айһылыу НИЗАМОВА
Ҡырмыҫҡалы районы.