

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында йәш ғалим кеше суғы протезы менән идара итеү өсөн программа тәьминәте әҙерләгән. Ул “аҡыллы” протездар етештергәндә медицина инженерияһында файҙаланыла ала.
БДУ тикшеренеүселәре кешенең һөлдә мускулдарында барлыҡҡа килгән электр әүҙемлеген теркәй: электродтар һыналған кешенең тиреһенә йәбешә һәм мускулдарҙың электр әүҙемлеге ваҡытында хәлде билдәләргә мөмкинлек биргән сигнал тапшыра.
– “Аҡыллы” протездар кеше тәненән сигналдарҙы ҡабул итеү ярҙамында эшләй. Шул рәүешле тапшырылған электр сигналдары буйынса һанлы киңлектә суҡтың “игеҙәге” төҙөлә, - ти студент, тикшеренеү төркөмөндә ҡатнашыусы Андрей Михайлов.
Проект етәкселәре - физика-математика фәндәре кандидаттары Андрей Акимов менән Эльдар Мифтахов белдереүенсә, тикшеренеүҙәре нигеҙендә ғалимдар эшләнгән биопротезды, яһалма интеллект технологияларын ҡулланып, программалаштырырға ниәтләй.
– Ампутация талап иткән суҡтарҙың функцияһын тергеҙеү мөмкинлеге аҙ. Ғәмәлдәге протездар, бирелгән хәрәкәттәрҙең минималь йыйылмаһын башҡарып ҡына, тәбиғәт булдырғанды алмаштыра алмай, – ти Эльдар. – Икенсе төрлө әйткәндә, беҙ микроэлектроника һәм яһалма интеллект технологиялары ярҙамында кеше менән кире бәйләнеш принцибы буйынса эшләгән яңы типтағы биопротез төҙөйбөҙ.
Уҡытыу системаһын программа тәьминәтенә индереү уникаль йүнәлеш продуктын булдырырға мөмкинлек бирәсәк, сөнки машинала уҡытыу технологияларын ҡулланып, биопротез хәрәкәтен яңыртып етештереү һәр береһе өсөн айырым тәртипкә килтереләсәк. Эксперттар эшләнмәнең мөһимлегенә, уны протезлау индустрияһына индереү перспективаларына ышана.
– Протез етештереүселәр булараҡ, реабилитация сараларын алыусыларҙа интеллектуаль протездарға ихтыяж фактын тулы ышаныс менән билдәләй алабыҙ. Әлеге ваҡытта илебеҙҙә микропроцессор протездар эшләү өсөн комплектлаусы изделиелар етештереүселәр берәмләп кенә иҫәпләнә. Төп тәьмин итеүселәр – сит ил етештереүселәре. Әле программаны эшләү Рәсәйҙә бионик протездар өсөн комплектлаусы изделиелар етештереүҙе киңәйтергә мөмкинлек бирә, – ти “Орто-Инновация Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Ирина Батина.
Проект Инновацияларға булышлыҡ итеү фондының “Студенттар стартапы” федераль конкурсында еңеү яуланы һәм киләһе 12 ай эсендә тормошҡа ашырыу өсөн бер миллион һум аҡса аласаҡ. Әлеге ваҡытта тикшеренеүселәр командаһы производствола ҡулланыу өсөн аҡыллы биопротездар булдырыуға махсуслашҡан компаниялар менән һөйләшеүҙәр алып бара.
Фото: БДУ сайты.