

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә юғары уҡыу йорттары, донъя кимәлендәге Европа ғилми-белем биреү үҙәге хаҡында яҙҙы.
“Беҙҙең донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге, ысынлап та, республикала фәнде, юғары мәктәпте координациялау һәм үҫтереү инструментына әүерелә бара. Юғары уҡыу йорттарының тырышлығын берләштереп, һөҙөмтәле заявкалар төҙөп, уларҙы федераль кимәлдә уңышлы үҫтереп, ғилми-белем биреү үҙәге сираттағы тапҡыр юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Үҙебеҙҙең Өфө дәүләт нефть техник университеты коллективын һәм студенттарын ҡотлайым. Ул илдең стартап-студиялар ойоштороу ҡаралған 20 юғары уҡыу йорто иҫәбенә инде. Был студиялар ярҙамында йәш йүнселдәр бизнес аса, инвестиция йәлеп итә, проекттарының конкурентлыҡ ҡеүәһен тикшерә аласаҡ.
Юғары уҡыу йорто алған ярҙам күләме – 300 миллион һум. Башҡортостандың стартап-студияһында ете төп йүнәлеш була: нефть-газ, медицина, мәғариф, аграр проекттар, декарбонизация технологиялары, мәғлүмәт технологиялары, яңы йәшәү мөхите.
План буйынса, 2024 йылға Өфө дәүләт нефть техник университетының стартап-студиялары аша 250-гә яҡын студент үтәсәк.
Барығыҙға ла уңыштар! Тәүәккәлләгеҙ һәм еңеп сығығыҙ”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: vk.com/radiyhabirov
Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov