

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) "Заманса мәктәп" федераль проекты сиктәрендә республиканың күп райондарының белем биреү учреждениеларында, шул иҫәптән Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатында ла "Үҫеш нөктәһе" асылды.
Яңы заманса үҙәкте асыу тантанаһында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айнур Кәримов, лицей-интернат директоры Иҙел Әбүбәкеров ҡатнашты.
"Беҙ тәүҙә кабинеттарҙы ремонтланыҡ, заман талаптарына яуап бирерлек итеп әҙерләнек. Яңы белем биреү үҙәге тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге төп һәм өҫтәмә программалар буйынса белем биреү эшмәкәрлеген бойомға ашырыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирә. “Заманса мәктәп” федераль проекты сиктәрендә белем усаҡтары яңы заманса ҡорамалдар - һанлы лабораториялар, механика, робот техникаһы менән йыһазландырылды. "Үҫеш нөктәһе" үҙәге уҡыусыларҙың тағы ла мөмкинлектәрен асыр, уларға төрлө эҙләнеүҙәр үткәреүҙә ҙур ярҙам итер тигән ышаныстабыҙ", - ти Иҙел Данил улы.
“Үҫеш нөктәһе” үҙәген булдырыуҙың маҡсаты – ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан мәктәптәрҙә белем сифатын күтәреү өсөн шарттарҙы арттырыу, тәбиғи-фәнни һәм технология йүнәлешендәге уҡыу предметтарын үҙләштереүҙә уҡыусыларҙың мөмкинлеген киңәйтеү, шулай уҡ физика, химия, биология предметтары буйынса уҡыу материалын нығытыу.
Баймаҡ районында бөтәһе 14 белем усағында “Үҫеш нөктәһе” эшләй.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайты.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан