Белем һәм тәрбиә
16 Сентябрь 2022, 14:30

Һөнәри белем биреүгә ҡараш үҙгәрә

Был башланғыс нисек тормошҡа ашырыласаҡ?

Һөнәри белем биреүгә ҡараш үҙгәрәҺөнәри белем биреүгә ҡараш үҙгәрә
Һөнәри белем биреүгә ҡараш үҙгәрә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановтың сәхифәһенән:

- Хәҙер йыш яңғыраған мәғариф ландшафты төшөнсәһе беҙҙә техник һәм тәбиғи-фәнни профилдең өҫтөнлөгө менән ҡылыҡһырлана. Атап әйткәндә, ошо йүнәлеш буйынса бюджет урындары күберәк, университетҡа инеүе лә еңелерәк. Шул уҡ ваҡытта БДИ-ла тәбиғи-фәнни предметтарға ҡарағанда гуманитар фәндәрҙе күберәк һайлайҙар.

Тимәк, беҙҙең сығарылыш уҡыусыларының тормошҡа ашырылмаған мөмкинлектәре, мәғариф миграцияһы һ.б. формалаша.

Ошо хәлде иҫәпкә алып, беҙ башҡа юғары уҡыу йорттарындағы хеҙмәттәштәр менән тәжрибәне һәм һөнәри белем биреү йүнәлешенә ҡарашты үҙгәртергә ҡарар иттек.

Беренсенән, бөтә муниципалитеттарҙа ла юғары уҡыу йорттарының профиль кластарын асырға һөйләштек.

Икенсенән, республикала 600 “Үҫеш нөктә”һе асылған да инде. Был - заманса лаборатория комплекстары, компьютерлаштырылған һәм роботлаштырылған ҡорамалдар. Бынан тыш, кванториумдар, айти-кубтар һәм башҡалар асылған. Уларҙы һөнәри белем биреү йүнәлеше эшенә йәлеп итәсәкбеҙ.

Өсөнсөнән, юғары уҡыу йорттарына үҙҙәренең олимпиадаларын уҙғарырға ярҙам итәсәкбеҙ, уларҙа республиканың һәр мәктәбе ҡатнаша алһын.

Дүртенсенән, һөнәри белем биреү йүнәлеше эшен юғары кластарҙа ғына түгел, 6-7-се кластан башлап, урта звеноға ла йүнәлтеү мөһим.

Бишенсенән, һөнәри белем биреү йүнәлеше буйынса юғары уҡыу йорттарының мәктәп уҡытыусылары менән эшләүе лә мөһим. Оҫталыҡ дәрестәре, квалификацияны күтәреү, алдынғы тәжрибәләргә, алымдарға өйрәтеү – юғары уҡыу йорттары менән мәктәп хеҙмәттәшлек итһә, һөҙөмтәле була”.

Фото А. Бадрановтың сәхифәһенән.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас