

Башҡортостан һәм Беларусь Фәндәр академиялары хеҙмәттәшлек тураһында киңәйтелгән килешеү төҙөй.
Ике учреждениеның хеҙмәттәшлеге тиҫтәләгән йылдар дауамында бара. Республикаларҙың фәнни берләшмәләре араһында бер нисә меморандум һәм килешеүҙәр бар. Әле уларҙы актуалләштереү бара. Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Камил Рамаҙанов, Беларусь Фәндәр академияһы системаһының төрлө институттары менән ай һайын осрашыу беҙҙең фәнни берләшмә өсөн күркәм йолаға әүерелде, тип белдерҙе.
"Тарихи һәм географик яҡтан беҙҙең республикалар оҡшаш. Индустриаль потенциал, аграр ресурс буйынса икеһендә лә ҙур эш алып барыла. Ә бөгөн беҙ санкция баҫымы шарттарында үҫештең яңы юлдарын эҙләргә тейеш. Инновациялы сәнәғәт продукцияһын етештереү юлдарын табабыҙ. Благовар районында күптән түгел уҙғарылған Баҫыу көнөндә Белоруссияның етен институты, ауыл хужалығы механизацияһы буйынса фәнни-ғәмәли үҙәге менән берлектә аграр секторҙа пилотһыҙ техника, дрондар ҡулланыуҙы берлектә тикшереү тураһында килештек. Был культуралар үҫешен диагностикалау маҡсатында эшләнә", - тине Камил Рамаҙанов.
Башҡортостан һәм Беларусь республикалары планында агробиотехнологиялар буйынса ғына түгел, медицина, химия өлкәһендә лә фәнни хеҙмәттәшлек итеү пландары бар.
Денис БОРОДИН.
Фото: “Республика Башкортостан” гәзите сайты.