Белем һәм тәрбиә
16 Сентябрь 2022, 18:00

Яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!

Уға илдең 83 педагогы менән бергә иң яҡшы тәрбиәсе исеме өсөн көрәшергә тура киләсәк.

Яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!Яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!
Яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!

23 – 27 сентябрҙә Ярославль өлкәһендә “Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе” XIII Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсы үтә. Унда республикабыҙҙан “Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл педагогы” һөнәри конкурсында еңеп сыҡҡан Гүзәл Илдар ҡыҙы Ҡараҙбаева ҡатнаша.

Мәләүез ҡалаһындағы 16-сы “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенә илдең 83 педагогы менән бергә иң яҡшы тәрбиәсе исеме өсөн көрәшергә тура киләсәк. Еңеүсенең исеме 27 сентябрҙә – Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәре көнөндә асыҡланасаҡ.

Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас