

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Өҙлөкһөҙ белем алыу” үҫеш үҙәге саҡырыуы буйынса, Башҡортостанға МФТИ проректоры, физика-математика фәндәре кандидаты, физика буйынса уҡыусыларҙың милли йыйылма командаһы тренеры Артем Воронов килде.
"Физтех-Төбәктәргә" проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Артем Воронов Башҡортостан уҡыусыларын физика буйынса олимпиадаға әҙерләү семинарҙарын уҙғарасаҡ.
“Башҡортостан уҡыусыларының олимпиадаларҙа күрһәткән һөҙөмтәләре юғары, дәрестәр ваҡытында уҡыусылар мине һорауҙар биреп “ҡаңғыртыр” тип ышанам”, - тине Артем Воронов.
Проектҡа ярашлы, уҡыусылар олимпиада мәсьәләләрен сисәсәк, мөһим сараға ныҡлы әҙерлек үтәсәк.
“Башҡортостан йыйылма көмандаһы былтыр уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, ошо нигеҙҙә беҙҙең төбәк Рәсәй субъекттары араһында тәүге унау иҫәбендә. Бынан тыш, былтыр Өфөнөң М.С. Пинский исемендәге 83-сө инженер лицейы уҡыусыһы Алексей Санин физика буйынса олимпиадала алтын миҙал яуланы”, – ти Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин.
Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.