

Бөгөн Ишембай районының Байғужа ауылы иртә менән гөрләп торҙо. Көндөң тәүге яртыһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тыл хеҙмәтсәндәре, Афғанстан һәм Төньяҡ Кавказ һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә һәйкәл ташы асыу уңайынан тантаналар уҙғарылды.
Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре өсөн бындай һәйкәл бар ине, байғужалар тылда үҙен аямай хеҙмәт иткән ауылдаштарын да ошолай ҙурлауҙы үҙ бурысы итеп алды. Һәйкәл асыу мәлендә күптәрҙең күҙҙәре йәшләнде.
"Был - йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙең бер алымы. Электән атай-олатайҙарыбыҙ ҙур яуҙарҙа дәррәү ҡатнашҡан. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышында Кинйәбулат ауылынан – 17, Байғужанан 14 кеше булған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Байғужа ауылы Советы биләмәһенән 549 кеше фронтҡа китһә, 287-һе яу яландарында баш һалған. Ауыл Советынан ике Советтар Союзы Геройы – Тимербулат Халиҡов һәм Ғәли Бирҙин, ике Дан ордены кавалеры Камалетдин Шәрәфетдинов – беҙҙең өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Һуңғараҡ локаль бәрелештәрҙә ҡатнашып, һалдат бурысын намыҫ менән үтәгән егеттәребеҙҙең дә батырлығын оноторға тейеш түгелбеҙ", -тине урындағы Ветерандар советы рәйесе Юнир Тимербулатов.
Тантананың икенсе өлөшө ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Байғужа мәктәбенең 150 йыллығына арналған сараға халыҡ зал тултырып йыйылды. Бер быуат ярымлыҡ тарихҡа йәнә бер байҡау яһалды. Ҡасандыр Байғужа мәктәбендә белем алып, әле төрлө яуаплы вазифалар биләгән шәхестәрҙең сәхнәгә күтәрелеүе лә сараны йәмләне. Ветеран уҡытыусыларға ла ихтирам күрһәтелде, оҙаҡ йылдар белем усағында хеҙмәт итеп, әле яҡты донъяла булмаған остаздар йылылыҡ менән хәтергә алынды.
Байғужа мәктәбендә егерме йыл уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан Нурия Камалетдинова хеҙмәт йылдарын йыш иҫкә ала. "Эшләгән саҡтарымды һағынам, имтихан алған мәлдәрем төштәремә инә. Шул тиклем матур заманда белем бирҙем. Балалар тәртипле булды, күҙгә генә ҡарап торҙолар. Мәктәбебеҙҙә киләсәктә лә тормош ҡайнап торһон, балалар күбәйһен", – тине ул.
Байрам тураһында тулы репортажды гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.