

16-18 сентябрҙә Башҡортостанда “Миңә күккә кәрәк ине!” төбәк-ара аэрофестивале үтте. Был сара ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.
Фестивалгә Силәбе, Екатеринбург, Пермь, Магнитогорск, Стәрлетамаҡ һәм башҡа ҡала-райондарҙан авиамодель спорты буйынса ярышта ҡатнашыусылар йыйылды.
"Авимоделизм – ҙур йыһан ҡаҙаныштарына тәүге баҫҡыс. Хәҙер инженер-конструкторҙарға ихтыяж ҙур. Авиамоделизм менән шөғөлләнгән балалар техник уҡыу йорттарына ирекле инә һәм артабан производствоға эшкә бара ала", - тине Южноуральск ҡалаһынан килгән педагог Евгений Саенко.
Аэрофестивалде асыу "Амакс Сити-отель" конференц-залында үтте, унда Евгений Муса улы Гәрәев тә ҡатнашты. Балалар Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманының биографияһы менән танышты, уның тормошо, һуғышта, хәрби осоштарҙа ҡатнашыуы тураһында видеофильмдар ҡараны.
Тәүге көндә уҡыусылар Өфө ҡалаһы, Муса Гәрәевтең хәрби дан урындары буйлап экскурсияла йөрөнө, Өфө дәүләт аиация техник университетында авиация двигателдәре музейында булды.
Мәҙәни программанан һуң ҡатнашыусылар өсөн Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте тарафынан уйын программаһы ойошторолдо.
"Авиамодель түңәрәгендә алтынсы йыл шөғөлләнәм, был ваҡыт эсендә планер төҙөргә, квадрокоптерға идара итергә өйрәндем. Ә 11-се кластан һуң авиация университетына уҡырға инергә планлаштырам. Ярыштарға һәр ваҡыт ентекле әҙерләнәм. Бөгөн һөҙөмтәләрҙе иғлан иттеләр - “Резиномотор менән моделдәр” класында 3-сө урын яуланым", - тине Әбйәлил районынан килгән Бәхтийәр Ғафаров.
18 сентябрҙә төбәк-ара фестиваль тантаналы ябылды.
Сығанаҡ: Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.