Белем һәм тәрбиә
19 Сентябрь 2022, 12:40

Бер быуатлыҡ тарих

Был дәүер эсендә байтаҡ төплө нигеҙле хеҙмәт донъя күрә.

Бер быуатлыҡ тарихБер быуатлыҡ тарих
Бер быуатлыҡ тарих

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының 100 йыллығы уңайынан матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Уны институттың директоры, философия фәндәре докторы, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина алып барҙы. Шулай уҡ унда учреждениеның төрлө бүлек мөдирҙәре ҡатнашты.

Был институт республикалағы гуманитар профилле ҙур тарихлы  фәнни-тикшеренеү учреждениеһы. Уның тарихы 1922 йылға барып тоташа һәм үҫеш юлы  Башҡорт АССР-ы мәғариф халыҡ комиссариаты ҡарамағында төҙөлгән академик үҙәктән башланып китә.  

Әйтергә кәрәк, бер быуат дәүер эсендә фәнни эҙләнеү буйынса данлы юл үтә ул. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты бик куп тикшеренеү мәктәптәренең, яңы фәнни учреждениеларының ойоштороусыһы ла булып тора. Мәҫәлән, 1980 йылда уның ҡарамағында Башҡортостан халыҡтарының археологияһ һәм этнография музейы булдырыла, ә 1990 йылдар башында “Башҡорт энциклопедияһы” төркөмө ойошторола. Һуңынан улар үҙ аллы юл ала.

Институт бай тарих һаҡлай. Бөгөн көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлегендә Рәсәй Федерацияһындағы иң эре арабографик ҡулъяҙмалар һәм боронғо баҫма китаптар фонды эшләй.

Институттың бер нисә быуын ғалимдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә йөҙәрләгән төплө нигеҙле хеҙмәт булдырыла. Улар иҫәбендә  өс томда “Башҡорт АССР-ы тарихы буйынса очерктар”, “Өфө тарихы”, алты томда “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”, 18 томда “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығы, дүрт томда “Башҡортостан тарихы”  һәм башҡа бик күп хеҙмәттәр. Улар Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә танылыу алып, ватаныбыҙ фәненең алтын фондына ингән.

Матбуғат конференцияһында институттың бөгөнгөһө тураһында ла һөйләнелде. Фольклористика, әҙәбиәт ғилеме, яңы тарих, этнология, тел ғилеме, көнсығыш ҡулъяҙмалары, археология тикшеренеүҙәре һәм башҡа бүлектәр уңышлы эшләп килә. Матбуғат конференцияһында улар үҙҙәренең ҡаҙаныштары хаҡында ла бәйән итте. Һоҡланырлыҡ, ғорурланырлыҡ ҡаҙаныштар аҙ түгел. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә әҙәбиәт ғилеме бүлеге “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”н инглиз телендә сығарыу өҫтөндә эш алып барыла. Уның ҡыҫҡартылған вариантын бер томлыҡ итеп әҙерләү ниәтләнә, тине конференцияла әҙәбиәт ғилеме бүлеге мөдире Миңлеғәле Нәҙерғолов.

Почет билдәһе орденлы институттың алға ҡуйған маҡсаттары аҙ түгел.

- Беҙҙең институтта шул тиклем ҙур материал тупланған – фольклор өлкәһендә лә, боронғо ҡулъяҙмалар ҙа, китаптар ҙа, экспедиция материалдары ла күп. Улар барыһы ла һанлаштырылырға тейеш. Сөнки һан донъяһында республикабыҙ, фәнебеҙ, мәҙәниәтебеҙ тураһында мәғлүмәттәребеҙҙе тағы ла күберәк кешегә, ҙурыраҡ даирәгә еткерә аласаҡбыҙ, - тине Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.

Институттың сит илдәр менән халыҡ-ара фәнни хеҙмәттәшлеге лә республикабыҙҙы донъя кимәлендә танытыуға юл аса.

Автор фотолары.

Бер быуатлыҡ тарих
Бер быуатлыҡ тарих
Бер быуатлыҡ тарих
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас