Белем һәм тәрбиә
20 Сентябрь 2022, 16:30

Алда тағы ла ҙурыраҡ эштәр көтә

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Алда тағы ла ҙурыраҡ эштәр көтәАлда тағы ла ҙурыраҡ эштәр көтә
Алда тағы ла ҙурыраҡ эштәр көтә

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең "Почет Билдәһе" орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының 100 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылыш үтте.

Сараға абруйлы ҡунаҡтар саҡырылды, араларында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла бар ине. Шулай уҡ Рәсәй Фәндәр академияһынан ҡунаҡтар килде. Тантаналы йыйылышҡа килгәндәрҙе институттың директоры, философия фәндәре докторы, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина сәләмләне, фән байрамы менән ҡотланы.

– Беҙҙең институт ватан гуманитар фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Юғары ҡаҙаныштарыбыҙ, асыштарыбыҙ бар. Был эштәрҙә һәр яҡлап республика Хөкүмәте ярҙам итә - ҙур рәхмәт, – тине ул.

Институт хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов сәләмләне.

– Хөкүмәт исеменән 100 йыллыҡ юбилейығыҙ менән ҡотлайым. Республикабыҙҙың алдынғы гуманитар үҙәгенең бер быуатлыҡ оло тарихы бар, ул алыҫ 1922 йылға барып тоташа. Башҡорт АССР-ы халыҡ мәғариф комиссариаты ҡарамағында төҙөлгән академик үҙәктән бөгөнгө үренә тиклем күтәрелде. Ошо йылдарҙа институт башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың рухи, матди мәҙәниәтен өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Һеҙҙең ғилми хеҙмәттәр Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә танылған, – тине ул.

Азат Бадранов институттың алдынғы белгестәренә Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты – республикалағы гуманитар профилле ҙур тарихлы ғилми-тикшеренеү учреждениеһы. Ул бер быуат дауамында фәнни эҙләнеү буйынса данлы юл үткән. Бик күп тикшеренеү мәктәптәренең, яңы ғилми учреждениеларҙың ойоштороусыһы ла булып тора. Мәҫәлән, 1980 йылда уның ҡарамағында Башҡортостан халыҡтарының археология һәм этнография музейы булдырыла, ә туҡһанынсы йылдар башында “Башҡорт энциклопедияһы” төркөмө ойошторола. Һуңынан улар үҙаллы эшләй башлай.

Институт хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, бер быуатлыҡ тарих уларға артабан үҫеш өсөн ҙур этәргес бирәсәк. Алға ҡуйған пландары ла бихисап. Мәҫәлән, әле унда бик күп материал тупланған – фольклор өлкәһендә лә, боронғо ҡулъяҙмалар ҙа, китаптар ҙа, экспедиция материалдары ла күп. Улар барыһы ла һанлаштырылырға, халыҡҡа еткерелергә тейеш.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас