

Һүҙем – йыл һайын Рәсәй кимәлендә үткәрелгән “Гагарин кубогы” олимпиадаһы хаҡында. Был кубок йәш гагаринсыларҙы йыһанға яҡынайтҡан бер баҫҡыс, этәргес көс булып тора. Ә олимпиада үҙе – фәнни-техник үҫеш заманында республика йәштәренең аң-белемен тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәргән сараларҙың береһе. Унда ҡатнашҡан балалар яңы ғилемгә ынтыла, белемен камиллаштыра.
Быйылғы “Гагарин кубогы” олимпиадаһы һөҙөмтәләре буйынса Бөрйән районының Әбделмәмбәт дөйөм урта белем биреү мәктәбе “Иң яҡшы мәктәп” исеменә лайыҡ булып, диплом һәм Гагарин кубогы яулауға өлгәште. Тантанала хөрмәтле коллегабыҙ, мәктәбебеҙҙең директоры Инсур Үтәбаевҡа Рәсәй Космонавтар федерацияһы президенты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың летчик-космонавы А.П. Александров тарафынан булдырылып, Ю.А. Гагарин Олимпиадаһына ярашлы үткәрелгән мәғрифәти-патриотик проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы уңыштары өсөн Ю.А. Гагарин миҙалы тапшырылды.
Сираттағы еңеүебеҙ – Инсур Рәмил улы Үтәбаев етәкселегендәге мәктәп коллективының тырышлыҡ, берҙәмлек һәм уртаҡ маҡсат менән эшләү һөҙөмтәһе ул. Киләсәктә лә уҡыусыларыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ, мәктәбебеҙ юғары ҡаҙаныштар яулап, әленән-әле ауылыбыҙҙы данлаһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Г. ҠАСИМОВА
Бөрйән районы.