

Өфө ҡалаһындағы һаңғырау һәм насар ишеткән балаларға тәғәйенләнгән 30-сы коррекция мәктәп-интернатының педагогтар коллективы һәм уҡыусылары өсөн быйылғы уҡыу йылы айырыуса иҫтәлекле ваҡиғалар менән башланды.
Яҡшы яңылыҡтары күп
Беренсенән, ул хәҙер “Мәрхәмәтле мәктәп” тигән исемгә эйә булды һәм 1 сентябрҙә, яңы статустағы белем усағы булараҡ, тантаналы шарттарҙа асылды. Икенсенән, белем усағының коллективы, быйыл “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” проектында ҡатнашып, еңеү яулауға һәм ошо нигеҙҙә уҡыу бүлмәләрен йыһазландырыуға өлгәшкән. Өсөнсөнән, мәктәп-интернат ЮНЕСКО-ның “Дуҫтар клубы”на ҡабул ителгән.
Уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың ошондай ҙур шатлығын уртаҡлашырға тип, абруйлы ҡунаҡтар килде. Улар араһында “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының Попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Лия Хафизова, республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, махсус белем биреү бүлеге начальнигы Миләүшә Латипова, Башҡортостан Республикаһындағы ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың башҡарма директоры Элина Ғатауллина, Башҡортостанда джиу-джитсу һәм грэпплинг буйынса мәктәптәр асҡан билдәле спортсы, донъя чемпионы Джефф Монсон, БР Олимпия резервы спорт мәктәбенең грэпплинг буйынса бүлексәһе начальнигы Максим Балль, Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Михаил Замурагин, 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһы начальнигы Сергей Исахин, Калинин районы буйынса Халыҡ мәшғүллеге үҙәге филиалы директоры Игорь Вязов, “Медиа РБ Инжиниринг” йәмғиәтенең генераль директоры Рәмил Йыһануров һәм башҡалар булды. Мәктәптең дуҫтары – шефтар булараҡ сығыш яһаған ойошма етәкселәре матур бүләктәр менән килгән ине. Ҡунаҡтарҙың һәр береһе балаларға изге теләктәрен еткерҙе, уҡытыусылар коллективына уңыштар, емешле хеҙмәт теләне.
– Мәктәптә үҙләштерелгән белем, һәр яңы көн һеҙгә ҡәнәғәтлек килтерһен, шатлыҡ бүләк итһен! – тине Каринэ Владимировна. Ул шулай уҡ уҡытыусылар коллективына, атай-әсәйҙәргә ныҡлыҡ, сабырлыҡ, уңыштар теләне һәм сәләмәтлек йәһәтенән үҙенсәлекле балаларҙы уҡытыуға, уларға лайыҡлы тәрбиә биреүгә һалған тырышлыҡтарын баһалап, рәхмәтен һәм һоҡланыуын белдерҙе.
Тантананан һуң ҡунаҡтар мәктәп-интернат менән яҡындан танышты, уҡыусылар, уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр менән аралашты, белем усағының йәшәйеше, хәл итәһе мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды. Педагогик коллектив та, сара ҡунаҡтары ла мәктәпкә капиталь ремонт талап ителеүен билдәләне, был мәсьәләне хәл итеү өсөн маҡсатлы программаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге хаҡында фекер алышты.
Бай тарихлы белем усағы
Һаңғырау һәм насар ишеткән балаларға тәғәйенләнгән 30-сы коррекция мәктәп-интернатын булдырыу тарихы XX быуат башына барып тоташа. Ул 1902 йылда мещандарҙың, сауҙагәрҙәрҙең хәйриә сығымдарына һәм протоиерей Николай Алексеевич Котельниковтың шәхси аҡсаһына һаңғырау һәм һөйләшмәгән балалар училищеһы булараҡ асыла. 1917 йылғы революциянан һуң ул ошондай балаларға тәғәйенләнгән 64-се совет хеҙмәт мәктәбе булып китә.
Уҙған быуаттың 50-се йылдарында ул насар ишеткән балалар өсөн өлкә, артабан республика учреждениеһы булараҡ эшләй. Бөгөн һаңғырау һәм насар ишеткән балаларға тәғәйенләнгән Өфө ҡалаһының 30-сы коррекция мәктәп-интернаты тип атала, әммә бында элеккесә республика райондарынан да балалар белем ала. Улар өсөн интернат эшләй. Быйыл I класҡа килгән уҡыусылар араһында Әбйәлил, Бөрйән кеүек алыҫ райондарҙан да бәләкәстәр бар.
Мәктәп-интернаттың бинаһы иҫке булыуға ҡарамаҫтан, бында балаларға тейешле белем һәм тәрбиә алыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған, уҡыу бүлмәләре, интернаттағы йоҡо һәм уйын бүлмәләре, спорт залы һәм майҙансығы, оҫтаханалар, тантаналар залы, ашхана тейешенсә йыһазландырылған. Һәр бала менән шәхсән эшләү өсөн айырым кабинеттар бар. Уларҙағы ҡорамалдар ярҙамында өндәр әйтеүгә, ишетеү һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән күнекмәләр үткәрелә.
Әйтергә кәрәк, быйылғы уҡыу йылына белем усағы ярайһы уҡ яҡшы үҙгәрештәр кисергән, алты уҡыу бүлмәһе тулыһынса хәҙерге заман ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Айырыуса электрон китапхана һоҡланыу уята. Бындағы мультимедиа ҡорамалдары донъяның барлыҡ китапханаларына сығыу, илебеҙҙең ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле төбәктәренә виртуаль экскурсия яһау, төрлө музейҙар менән танышыу мөмкинлеге бирә. 300 меңдән ашыу китап иҫәпләнгән электрон тупланмаларға ла юл асыҡ. Китапханала шулай уҡ интерактив таҡта урынлаштырылған, унда “Мираҫ-ТВ” мәктәп телевидениеһында шөғөлләнгән уҡыусылар әҙерләгән яңылыҡтар һәм тапшырыуҙар күрһәтелә.
– Бөгөн беҙҙә 110 уҡыусы белем ала, ә быйыл 10 бала I класҡа уҡырға килде. Күреүегеҙсә, белем усағы яңы уҡыу йылын яҡшы яңылыҡтар менән башланы. “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” проектында ҡатнашыу, шул нигеҙҙә “Мәрхәмәтле мәктәп” булараҡ эш башлауыбыҙ уҡыусыларыбыҙға төплөрәк белем биреү, уларҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләү йәһәтенән ҙур мөмкинлектәргә юл асты. Мәҫәлән, беҙҙең мәктәпте тамамлаусылар араһында медицина йүнәлешен һайлаусылар күп. Ошоға бәйле химия, биология фәндәрен төплө уҡытыу өсөн уҡыу бүлмәләрен заманса интерактив ҡорамалдар менән йыһазландырыу зарур ине. Маҡсатыбыҙға өлгәштек: яңы уҡыу йылын ишетеү һәләте насар һәм һаңғырау балалар өсөн махсус тәғәйенләнгән ҡиммәтле заманса ҡорамалдары булған уҡыу бүлмәһендә башланыҡ, – тип һөйләне мәктәп-интернат директоры Оксана Юрьевна Саликаева.
Йәш быуынға төплө белем һәм лайыҡлы тәрбиә биреүҙең ни тиклем ауыр, яуаплы хеҙмәт булыуын һәр уҡытыусы яҡшы белә. Ә инде сәләмәтлек йәһәтенән үҙенсәлеге булған балалар менән эшләү икеләтә яуаплылыҡ, сабырлыҡ, рухи ныҡлыҡ һәм мәрхәмәтлек талап итә. Һаңғырау һәм насар ишеткән балаларға тәғәйенләнгән 30-сы коррекция мәктәп-интернатының берҙәм, эшһөйәр педагогтарына яуаплы һәм сауаплы хеҙмәттәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА