Белем һәм тәрбиә
20 Сентябрь 2022, 08:54

Һәр саҡ үҫешкә ынтыла

690 мең һумлыҡ грант – ҙур ярҙам.

Г. Хөснийәрованың шәхси архивынан.Г. Хөснийәрованың шәхси архивынан.
Фото:Г. Хөснийәрованың шәхси архивынан.

Башҡортостанда, республика Башлығының 2019 йылдың 11 июнендә ҡабул ителгән Указына ярашлы, ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға 690 мең һум күләмдә грант бирелә. Бындай матди ярҙам төрөнә халыҡ һаны 15 меңдән артмаған ауыл-ҡасаба мәктәбендә ике йылдан күберәк эшләгән 35 йәшкә тиклемге белгестәр дәғүә итә ала.

Гөлнара Рудольф ҡыҙы Хөсни­йәрова Борай районы үҙәгендәге 3-сө урта мәктәптә инглиз теленән уҡыта. Ул – намыҫлы, фиҙакәр хеҙ­мәте өсөн ошондай матди ярҙамға лайыҡ булған уҡытыусыларҙың береһе.

Гөлнара Рудольф ҡыҙы, ошо ауылда тыуып үҫеп, Борайҙағы 2-се гимназияны тамамлай һәм Бөрө дәүләт социаль-педагогия академия­һына (бөгөн БДУ-ның Бөрө филиалы) уҡырға инә. 2009 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, һис икеләнмәйенсә, тыуған төйәгенә эшкә ҡайта. Тап ошо мәлдә бында 3-сө мәктәп асылған була. Шул уҡ осорҙа ғаиләле лә булып киткәс, тормош юлдашы менән ауылда ныҡлы төпләнергә, Борайҙа йорт төҙөргә ҡарар итәләр.

Шулай итеп, йәш белгес яңы мәктәптә ең һыҙғанып эш башлай. Гөлнара Рудольф ҡыҙы үҙен төрлө яҡлап үҫтерергә, уҡытыусы булараҡ, заман менән бергә атларға тырыша. Ул республика һәм Рәсәй кимә­лендәге конкурс­тарҙа, сараларҙа теләп ҡатнаша. “Минең өсөн еңеү яулау түгел, ә тәжрибә туплау, өйрәнеү, үҫешеү мөһимерәк”, – ти маҡсатлы уҡытыусы. 

2021 йылда Гөлнара Хөснийәрова районда үткән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында Гран-при яулай. Бәйгенең республика этабында ла уңышлы сығыш яһап, “Хәҡиҡәтте Ватанымда табам” номинацияһында билдәләнә. Ошо уҡ йылда ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға тәғәйен грант конкурсында ҡатнашып, еңеп сыға.

– Грантҡа конкурста ҡатнашыу өсөн белем биреү проекты ла әҙерләргә кәрәк ине. Мин балаларҙа уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиә­ләү алымдарына баҫым яһаным. “Ни өсөн ҡайһы бер балалар мәктәп тормошона ауыр өйрәнә? Белем алыуға илке-һалҡы ҡарай? Уларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн уҡытыусы нимәләр эшләй ала? Ошо һорау­ҙарға яуап эҙләнем, – ти йәш белгес.

Әйткәндәй, уҡыусыларының да уңыштары тос ҡына. Улы, бер үк ваҡытта уҡыусыһы Вадим Хөснийәров менән ҡатнашҡан республика конкурсында ижади һәләттәрен айырыуса билдәләйҙәр. Зилиә Хәсәнова исемле уҡыусыһы “Туҡай көйҙәре” бәйгеһендә I урынды яулай. Шулай уҡ “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы – кешелек мираҫы” халыҡ-ара конкурсында Борайҙың 3-сө мәктәбе уҡыусылары, эпос нигеҙендә инглиз телендә уйын булдырып, айырым номинацияла еңеү яулай.

Һәр ваҡыт яңылыҡҡа, үҫешкә ынтылған Гөлнара Рудольф ҡыҙы йәмәғәт тормошонда ла әүҙем. Быйыл май айында Мәскәүҙә Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко менән ойошторолған осрашыуҙа ҡатнашып ҡайтҡан.

– Хеҙмәтемде баһалағандары, һәр яҡтан дәртләндереп торғандары өсөн коллегаларыма, мәктәп етәкселегенә, район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә ҙур рәхмәт. Ә инде 690 мең һум күләмендәге матди ярҙам өсөн республика етәкселегенә рәхмәтем сикһеҙ. Ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларҙы ошолай дәртләндереүҙәре, ярҙам күрһәтеүҙәре оло ҡыуаныс, әлбиттә. Беҙ был аҡсаны улыбыҙға белем биреүгә йүнәлтергә ҡарар иттек, – ти Гөлнара Рудольф ҡыҙы.

Маҡсатлы, тырыш уҡытыусыға артабан да уңыштар юлдаш булһын, яңы уҡыу йылы ла шатлыҡлы ваҡиғалар, яңы ҡаҙаныштар менән һөйөндөрһөн!

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас