Белем һәм тәрбиә
20 Сентябрь 2022, 08:11

Йөрәк йылыһын балаларға өләшәләр

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Хәйбулла районының мәғариф хеҙмәткәрҙәре яңы уҡыу йылын нисек ҡаршыланы? Ниндәй уңыштары һәм проблемалары бар? Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Салауат БАЙСУРИН менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

 

– Салауат Факил улы, райондағы мәғариф учреждениелары хаҡында ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт бирһәгеҙ ине.

– Районда бөтәһе 40 мәктәп иҫәпләнә, шуның 19-ы – филиал, 14 мәктәпкәсә йәш­тәге балаларҙы тәрбиәләү һәм ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләй. Барлығы 3975 бала белем ала, шуның 383-ө – беренсе класс уҡыусылары.

 

– Бөгөн уҡыусыларҙың хәүефһеҙ­легенә ҙур иғтибар бирелә. Был йәһәттән райондың мәғариф учреждениеларында хәлдәр нисек?

– Ысынлап та, белем биреү менән бер рәттән уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеге лә иғтибар үҙәгендә тотола. Белем усаҡтарында янғын сигнализацияһы, утты һүндереү сараларының булыуы, кешеләрҙе эвакуациялау юлдарын, уларҙың схемаларын аныҡлау һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү эше маҡсатҡа ярашлы алып барыла.

Әйткәндәй, районда 71 объект белем биреү ойошмаларына ҡарай. Мәғариф объекттарының (биләмәләренең) террорға ҡаршы яҡланғанлыҡ торошо ҡуйылған талаптарға тура килә. Уларҙың барыһы ла хәүефһеҙлек паспорттары һәм Берҙәм “112” номеры буйынса оператив хеҙмәттәргә хәүефле хәбәрҙәрҙе тапшырыу системалары, 49-ы видеокүҙәтеү системаһы менән тәь­мин ителгән. “Дозор” шәхси һаҡ пред­прия­тиеһы хәлде даими контролдә тота. 2022 йылда террор хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республи­каһынан – 4 миллион һумдан ашыу һәм район бюджетынан 250 мең һум аҡса бүленде.

Илебеҙҙәге һәм республикалағы һуңғы көндәрҙәге эпидемиологик хәлде иҫәптә тотоп, һәр белем усағында коронавирустан һаҡланыу саралары ҡаралған.

– Салауат Факил улы, район мәктәптәрендә, “Мәғариф” милли проектына ярашлы, белем биреүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса ниндәй эш башҡарыла?

– Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттарҙың барыһы ла ил халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Улар араһында “Мәғариф” милли проекты айырым урын алып тора, уны тормошҡа ашырыу беҙҙең районда яҡшы бара. 2021 йылда “Хәҙерге заман мәктәбе” төбәк проектын тормошҡа ашырыу өсөн тәбиғи-ғилми һәм технология йүнәлешендәге “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре Аҡъярҙың 1-се мәктәбендә, Сиҙәм, Һамар мәктәптәрендә асылды, быйыл улар Степной, Яңы Ергән, Татыр-Үҙәк, Маҡан мәктәптәрендә лә була.

“Мәғариф” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проекты ла яңы мөмкинлек­тәргә юл асты. Үткән уҡыу йылында Аҡъяр­ҙың 2-се, Һамар һәм Өфө ауылы мәктәп­тәрендә “Һанлы белем биреү мөхите”нең маҡсатлы моделдәре барлыҡҡа килде.

Быйыл Татыр-Үҙәк, Подольск, Мәмбәт, Ивановка һәм Оло Әбеш мәктәптәре һанлы ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Шулай уҡ “Һәр баланың уңышы” проекты буйынса Атингән мәктәбенең спорт залына капиталь ремонт яһалды. “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Мәғлүмәт инфра­структураһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу өсөн райондың бөтә белем биреү усаҡтары юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылды.

 

– Уҡыусыларға бөгөнгө заман талаптарына яуап бирерлек белем би­реү өсөн педагогтар коллективы көслө булырға тейеш. Районда кадр­ҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе нисек?

– Бөгөн, ысынлап та, төп проблемаларҙың береһе – йәштәрҙең мәғариф учреждениеларына эшкә килмәүе, шунлыҡтан мәктәп­тәрҙе йәш кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьә­ләһенең бер аҙ киҫкен булыуы. Был йәһәттән беҙҙең районда ла хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Пенсия йәшендәге педагогтар һаны арта, уларҙың нисбәте 26,9 процентҡа етте. Бигерәк тә төпкөл ауыл мәктәптәрендә юғары белемле педагогтарға ихтыяж ҙур. Математика, химия һәм биология, инглиз теле, башланғыс класс уҡытыусылары етешмәй. Был тәңгәлдә юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Бөгөн Хәйбулла районынан 21 студент маҡсатлы йүнәлтмә буйынса белем ала. Уларҙың тиҙерәк уҡып бөтөп, районға эшкә ҡайтыуын көтәбеҙ. Былтырғы уҡыу йылында Аҡъярҙың 1-се мәктәбендә 15 уҡыусыны үҙ эсенә алған психология-педагогия класы булдырылды. Дәрестәр Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыларын йәлеп итеп ойошторола.

Йәш уҡытыусыларҙы мәктәпкә йәлеп итеү маҡсатында районда төрлө программалар булдырылған. Мәҫәлән, “2018–2021 йылдарға Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы муниципаль районында мәғариф системаһын үҫтереү” муниципаль программаһына ярашлы, эшкә урынлаш­ҡанда һәм шулай уҡ никахлашыуға, бала табыуға бәйле йәш уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр сифатында, дөйөм алғанда, 494 мең 848 һум күләмендә ярҙам саралары күрһәтелде. Былтыр 11 йәш белгес, шул иҫәптән ун уҡытыусы, мәктәпкәсә йәштәге балалар учрежде­ниеһына бер тәрбиәсе эшкә килде. Быйыл районға йәнә алты йәш белгес ҡайтты.

 

– Уҡыусыларҙың ялы нисек үтте? Улар яңы уҡыу йылына көс туплап, һаулығын нығытып өлгөрҙөмө?

– Быйыл балалар өсөн ял һәм һауыҡтырыу лагерҙары ла, мәктәп яны лагерҙары ла эшләне. Беҙҙең райондың йөҙөк ҡашына әйләнгән “Аҡсарлаҡ” ял һәм һауыҡтырыу лагеры бөтәһе дүрт сменала балаларҙы ҡабул итте. Һәр сменала 130 бала ял итте, бының өсөн республика ҡаҙнаһынан 6,64 миллион һум аҡса бүленде. 1–21 июндә Аҡъяр, Ивановка, Яңы Ергән, Йәнтеш, Оло Әбеш, Бүребай, Подольск ауылдарының туғыҙ белем биреү ойош­маһында көндөҙгө лагерҙарҙа бөтәһе 700 уҡыусы ялын үткәрҙе. Бының өсөн республика бюджетынан 1,85 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Шулай уҡ муниципаль ҡаҙнанан 383 мең һумдан ашыу финанс саралары иҫәбенә туғыҙ белем биреү ойошмаһында хеҙмәт һәм ял лагерҙарының эшмәкәрлеге ойошторолдо, уларға 300 бала йәлеп ителде.

Бүребай мәктәбендә – “Шик” һәм “Йәш геолог”, Аҡъярҙың 2-се мәктәбендә “Техностарт” профилле лагерҙары эшләне. “Аҡсарлаҡ” лагерында бөтәһе 190 баланы йәлеп иткән “Эрудит”, “Йәйләү”, “Патриот”, “Зарница”, “Аҡ ладья” профилле сменалары ойошторолдо, бының өсөн муниципаль бюджеттан 848 мең һумдан ашыу аҡса бүленде. Район бюджетынан алынған 571 мең һумдан ашыу аҡса иҫәбенә 790 уҡыусы күп көнлөк походтарға йөрөнө. 2529 бала аҙ сығымлы ял формаларына йәлеп ителде. Дөйөм алғанда, Хәйбулла уҡыусылары яңы уҡыу йылына көс туплап, ял итеп килде.

 

– Салауат Факил улы, уҡыусылар яҡты, заманса мәктәптәрҙә уҡырға тейеш. Аҡъярҙа төҙөлөп ятҡан 3-сө мәктәп ҡасан балаларҙы ҡабул итер?

– Был тәңгәлдә лә шатлыҡлы яңылыҡ­тарыбыҙ бар. Яңы уҡыу йылынан Маҡан ауылында капиталь ремонттан һуң яңыр­тылған мәктәп үҙ ишектәрен асты. Шулай итеп, 111 уҡыусы һәм 18 уҡытыусы яңы уҡыу йылын заманса белем усағында башланы. Район үҙәгенең төньяҡ-көнсығы­шындағы яңы биҫтәлә 550 уҡыусыға тәғәйенләнгән, 140 урынлыҡ интернаты булған өр-яңы мәктәп төҙөлөшө тамамланып килә. Йыл аҙағына төҙөүселәр уны тапшырыр, тип ышанабыҙ.

 

– Рәсәй Президенты 2023 йылды Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан итте. Был йәһәттән районда ниндәй саралар планлаштырыла? Уҡытыусы йылы педагог һөнәренең абруйын арттырыуға үҙ өлөшөн индерерме?

– Уҡытыусы һөнәре элек-электән иң абруйлы һәм изге һөнәрҙәрҙең береһе иҫәп­ләнә. Был өлкәлә йөрәк йылыһын балаларға өләшә алған, уларҙы яратҡан, үҙ һөнәренә тоғро ҡалған кешеләр генә эшләй, шуға күрә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың был ҡарарын мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҡыуанып ҡаршы алды. Әлбиттә, исемле йыл ниндәйҙер кимәлдә уҡытыусыларҙың абруйын, эш хаҡын күтәреүгә, шулай уҡ башҡа саралар күрелеүгә булышлыҡ итер, тигән ышаныстабыҙ.

Үҙебеҙҙең районда был тәңгәлдә эш башланыҡ та инде. Шуларҙың бер нисәһенә генә туҡталырға мөмкин. Мәҫәлән, “Уҡы­тыусы һәм мәктәпкәсә хеҙмәткәр көнө” үткә­реү, юбилей даталарына бәйле район мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән педагогтарҙы һәм педагогия хеҙмәте ветерандарын ҡотлау,  “Уҡытыусыға рәхмәт” акциялары һәм флешмобтар ойоштороу, “Йыл уҡытыусыһы”, “Йыл класс етәксеһе”, “Йыл тәрбиәсеһе”, “Йыл педагогы”, “Йыл етәксеһе” (директоры, мөдире) район һөнәри оҫталыҡ конкурстарын дауам итеү, иң яҡшы уҡытыу­сыларҙы район хакимиәте башлығының премияһы менән бүләкләү саралары ла ҡаралған.

 

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Ауыр, яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ижади еңеүҙәр теләйбеҙ!

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас