Белем һәм тәрбиә
22 Сентябрь 2022, 04:00

Кемдең итәгенә төшһә, шуныҡы...

Янғын хаҡында иҫкәрткән сигналды ишетеү менән урамға сығыу яйын күргән уҡыусының ғәйебе бармы?

Кемдең итәгенә төшһә, шуныҡы...Кемдең итәгенә төшһә, шуныҡы...
Кемдең итәгенә төшһә, шуныҡы...

Айрат ағай  ут күршеһе, үҙенән ун йәш самаһы кесерәк Мөғәллимдең кәйефе юҡлығын һиҙһә лә, ғәҙәттәгесә көр тауыш менән ихатаны яңғыратып өндәште. ”Һаумы әле, күрше! Әллә балтаң һыуға төштөмө, күҙ ҙә һалмай үтеп бараһың”, – тине. Мөғәллим ғәйебен һиҙеп, “мәктәптән уйланып килә ятам, Айрат ағай, бер аҙ кәйефте төшөрҙөләр”, – тип аҡланды.

– Малайың арыу ғына уҡый ине шикелле, “икеле” эләктергәнме әллә? Эй, төҙәтер әле, ниңә уға ҡайғыраһың, малайҙар менән була торған хәл... – тип ҡулын һелтәне күршеһе.

– Хикмәт уҡыуҙа түгел шул. Класс етәксеһе мине мәктәпкә саҡырып хәбәр ебәргәс, эшемдән бер сәғәткә һорап  киттем. “Улығыҙ дәресте ташлап, бер кемдән дә рөхсәт һорап тормай, урамға сапты. Уның өсөн тәртип тә, ҡағиҙә лә юҡ”, тигәс, ғәжәпкә ҡалдым. Нимәнелер әйтеп еткермәгән төҫлө тойолдо. Бала кеше дәрестән  бер сәбәпһеҙ-ниһеҙ нисек урамға сығып йүгерһен?

Класс етәксеһе ҡулдарын кеҫәһенә тығып, төп-төҙ баҫҡан килеш, оҙаҡ ҡына тәртип, дисциплина, баланы тәрбиәләү тураһында нотоҡ уҡыны. Бишенсе класта уҡыған улым бында тәүге йыл ғына белем ала. Бәлки, класташтары менән һүҙгә килешкәндер? Артыҡ бәрелмәй генә ни өсөн уның тәртип боҙоуы тураһында һорашырға булдым. “Янғын сығыуын иҫкәрткән сигнал булғас, тоттом да тышҡа йүгерҙем шул, үҙең өйрәттең бит”, – тип ҡыҫҡа ғына яуапланы ул. Белештем, ысынлап та, янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса мәктәптә уҡыу ойошторолған икән. Тик бөтә уҡыусылар ҙа кластарҙа урынынан ҡуҙғалмай ултырырға тейеш булған. Бары Руслан ғына урамға сығып йүгергән. Мин хәлде асыҡлағас, шундай мөһим сараның күҙ буяу өсөн генә башҡарылғанын белеп таң ҡалдым. Әгәр ысынлап та янғын сыҡҡан булһа? Уҡыуҙы 10-15 минутҡа бүлеп тороуҙан кемгә зыян булыр ине? Эсемдәге ярһыу-асыуымды йәшереп тормай, барыһын да тышҡа сығарҙым. “Тәртип боҙоусы минең улым түгел, ә һеҙ” , - тип ҡыҙып киттем. Уҡытыусы үҙ сиратында минең менән һөйләшергә теләмәүен белдерҙе, ”әгәр һеҙ бер ни ҙә аңламайһығыҙ икән, һөйләшергә ҡатынығыҙ килһен”, – тине ҡоро ғына.

Эйе, мин дә ҡатынымды күрергә, ихлас һөйләшергә бик теләр инем. Үкенескә ҡаршы, бынан ете йыл элек аталарына ҡунаҡҡа барған еренән, мунсала ут сығып, уның янғында һәләк булыуын үҙең дә яҡшы беләһең, Айрат ағай. Был фажиғәнән һуң Русланды етәкләп йылға яҡын психологтарға йөрөргә тура килде бит.

Мөғәллим күршеһен һүҙ ҙә ҡатмай тыңлаған Айрат ағай телгә килде. ”Боронғолар белмәй әйтмәгән шул: “Кемдең итәгенә төшһә, шуныҡы яна”. Улың дөрөҫ эшләгән, ә үҙ хатаһын танымаҫҡа маташҡандар икеләтә хата яһай. Төҙәтелмәгән хаталарҙың тора-бара ҡағиҙәгә әүерелеүе бигерәк тә хәүефле” ,- тип йыуатты ул күршеһен. 

Янғын сигналын ишетеү менән урамға сығыу яйын күргән уҡыусының бында ғәйебе булмауы көн кеүек асыҡ. 

Фото: shkolala.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас