

«Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау этабында Башҡортостандан Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлия Александровна Смехова ҡатнаша.
Ул, уҡытыусылар араһында иң әһәмиәтле һәм күләмле һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашыусылар менән бер рәттән, 2022 йылдың 22-27 сентябрендә уҡыусыларға үҙенең фәне буйынса дәрестәр бирә, оҫталыҡ дәресе һәм матбуғат конференцияһы уҙғара.
Конкурстың төп призы – Ҙур гәлсәр пеликан өсөн ярыштар уҡытыусыларҙан бөтә көстө туплап, һөнәри сифаттарҙы – эрудиция, үҙ предметыңды белеү, уҡытыуға ижади ҡараш, балаларҙы ҡыҙыҡһындыра һәм йәлеп итә белеүҙе күрһәтеүгә булышлыҡ итә.
Былтыр «Педагогик аҡылдар алышы»нда Башҡортостан исеменән Өфөнөң 39-сы гимназияһынан биология уҡытыусыһы Фидан Ғафаров сығыш яһағайны.
- Юлия Александровнаға бөтә конкурс һынауҙарын уңышлы һәм еңел үтеүен, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүен теләйем! "Йыл уҡытыусыһы" конкурсы – ул, тәү сиратта, үҙ һөнәрен һис шикһеҙ яратҡан уҡытыусылар бәйгеһе. Уларҙан күп нәмәгә өйрәнеп була, - тип коллегаһына хуплау һүҙҙәрен еткерҙе Фидан Ғафаров.
Педагогик ярыштың төп маҡсаты – уҡытыусыларҙың рухын күтәреү, уларҙы ижади сифаттарҙы үҫтереүгә илһамландырыу, шулай уҡ был изге һөнәрҙе популярлаштырыу ҙа мөһим.
Өс тур һөҙөмтәләре буйынса конкурстың 15 лауреаты билдәләнә. Педагогтар алышының биш призеры Мәскәүгә финал һынауҙарына һәм Сергей Кравцов менән «Педагогик совет»ҡа юлланасаҡ. Конкурс еңеүсеһе тап шунда билдәләнә.
Педагогтарҙың ярышы 2022 йылдың 5 октябрендә Кремль һарайында һөнәри конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы менән тамамлана.
Һәләтле Рәсәй уҡытыусыларының профессиональ алыш барышын конкурстың рәсми төркөмөндә https://teacherofrussia.ru/competition/translation/ йәки “Бәйләнештә”ге төркөмдә https://vk.com/teacherofrussia күҙәтергә, шулай уҡ «Рәсәй. Мәҙәниәт» телеканалында ҡарарға мөмкин.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.