

Көҙ сыуаҡ, йылы көндәре менән шатландыра. Ошонан файҙаланып, Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы коллективы Көҙгө йәрминкә ойошторҙо. Әйткәндәй, был сара белем усағында матур традицияға әйләнгән.
Мәктәп ихатаһы ысын мәғәнәһендә байрам төҫө алды. Башҡорт тирмәһе, зауыҡ менән биҙәлгән һатыу нөктәләре, иртәнсәктән яңғыраған дәртле йыр-моңдар һәр кемгә яҡшы кәйеф бүләк итте. Бындай сара барышында уҡыусылар ҡул эштәре, биҙәүестәр, баҡса емештәре, йәшелсә, бал һәм башҡа әйберҙәр һатып, аҡса эшләргә өйрәнә. Йәрминкәлә йыл һайын ата-әсәләр ҙә ҙур теләк менән ҡатнаша, хатта күрше-тирә йорттарҙа йәшәүселәр ҙә килеп, балалар тәҡдим иткән тауарҙарҙы ихлас һатып ала.
- Кистән ҡыҙҙарым Аделина һәм Миранда менән кәнфиттәрҙән татлы йыйылмалар яһаныҡ, уларҙы матур итеп биҙәнек. Шуларҙы һатып, күңелдәре булып ҡайтты. Дөйөм алғанда, класыбыҙ һигеҙ мең һумдан ашыу аҡса эшләне. Ә үҙебеҙ бал һатып алып ҡыуандыҡ, - ти Гүзәлиә Абзалова исемле әсәй.
Әйткәндәй, йәрминкәлә эшләнгән аҡсаны һәр класс үҙ мәнфәғәтендә – берәй сара үткәреүгә, мәҙәни экскурсия ойоштороуға һ.б. маҡсатта тотона.
Фотолар: М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан.