Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Сентябрь , 11:30

Етенсе тапҡыр лауреат!

Ғәлиә Мөхәмәтйәнова сираттағы тапҡыр Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды. 

Етенсе тапҡыр лауреат!
Етенсе тапҡыр лауреат!

Педагогогия фәндәре кандидаты Ғәлиә Мөхәмәтйәнова иң яҡшы ғилми китап өсөн Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды.

Бүләкләү тантанаһы Сочи ҡалаһында “Хәҙерге донъяла юғары белем тенденциялары һәм үҫеш кимәле” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла үтте. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһының дәүләт һәм муниципаль идара кафедраһы доценты, педагогия фәндәре кандидаты Ғәлиә Мөхәмәтйәнова “Һәр саҡ эргәлә һәм саҡ ҡына алдараҡ булырға” (“Быть всегда рядом и чуть вепереди”) исемле китабы өсөн наградаға лайыҡ булды. Уның был хеҙмәте Башҡортостанда мәғарифты үҫтереү юлдарын эҙләүгә һәм белем биреү проекттарының тормошҡа ашырылыуына арналған.

Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙын еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ! Шуны хәтергә төшөрәбеҙ: был конкурста ғалимә етенсе тапҡыр еңеп сыҡты – ошо бәйгелә ул 2007 йылдан алып даими ҡатнаша.

Белешмә өсөн: Ғ.М. Мөхәмәтйәнова 1987 йылдан 1996 йылға тиклем Башҡортостандың Мәғариф министрлығында эшләне, унда бүлек инспекторы, Дәүләт инспекцияһы етәксеһе вазифаларын башҡарҙы. 1996 йылда уға Өфө ҡала хакимиәтенең халыҡ мәғариф идаралығын етәкләүҙе йөкмәттеләр. 1998 йылдан 2004 йылға саҡлы ул - Башҡортостандың мәғариф министры. СССР-ҙың мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты, В. А. Сухомлинский һәм М. Кәрим миҙалдарына эйә. Юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары араһындағы иң яҡшы ғилми китаптарға Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты: “Быуаттар сигендә мәктәп һәм башланғыс һөнәри белем биреүҙе яңыртыу” (2006), “Портфолио: теорияға һәм практикаға нидереү” (2007), “Аңлаусы педагогика нигеҙҙәре” (2008), “ Башланғыс белем белем биреү системаһындағы портфолио” (2009), “Башҡортостандың мәғариф системаһы: инновацияларға асыҡлыҡ” (2010), “Ҡыҙҙарҙан ике эссе” (2014).

Фото: bashinform.ru

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас в