

Ярославль ҡалаһында “Рәсәйҙең иң яҡшы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе” тигән Рәсәй конкурсы бара. Мәртәбәле бәйгелә Башҡортостан данын Гүзәл Ҡараҙбаева яҡлай.
– Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялландым, маҡсатыма ирештем, – тип һөйләй Мәләүез ҡалаһының 16-сы “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гүзәл Илдар ҡыҙы. – Балалар менән эшләүҙән кинәнес табам, шуға инандым: бәләкәстәр – иң аҡыллыһы.
Гүзәл Ҡараҙбаеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре араһында уғҙарылған республика кимәлендәге ярышта еңеренә ышанған, федераль конкурсҡа айырыуса төплө әҙерләнгән.
“Башҡортостан” гәзите лә яҡташыбыҙ Гүзәл Илдар ҡыҙына уңыштар теләй!
Фото: Эльвира Подрядова.