Белем һәм тәрбиә
28 Сентябрь 2022, 13:30

Республикала - Урта һөнәри белем көнө

Башҡортостан студенттары ҡатнашҡан "POROFI БЕҘ: ЙӘШТӘР. ҠЫЙЫУҘАР. ПРОФЕССИОНАЛДАР" марафоны ошо байрамға арналды.

Республикала - Урта һөнәри белем көнөРеспубликала - Урта һөнәри белем көнө
Республикала - Урта һөнәри белем көнө

26 сентябрҙә Башҡортостанда төбәк-ара марафон ойошторолдо. "POROFI БЕҘ: ЙӘШТӘР. ҠЫЙЫУҘАР. ПРОФЕССИОНАЛДАР" тип аталған сарала беҙҙең колледждарҙан 2000-дән ашыу студент ҡатнашты.

- Быйыл ил тәүге тапҡыр урта һөнәри белем көнөн билдәләй. Тыуған ил мәнфәғәте өсөн эшләргә әҙер квалификациялы кадрҙар әҙерләү - технологик суверенитетты үҫтереү шарттарында стратегик бурыс. Шуға күрә колледждарға уҡырға ингән йәштәрҙә дөрөҫ йүнәлеш булдырыу мөһим. Аҙна бик бай һәм уны онлайн-марафон менән астыҡ. Ул реаль ваҡыт режимында республикабыҙҙың төрлө төбәктәре йәштәрен күрергә мөмкинлек бирҙе, уларҙы бер нәмә берләштерә – улар илебеҙ киләсәген үҙ ҡулдары менән булдырасаҡ, - тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Марафон онлайн-форматта үтте һәм республиканың 44 муниципаль район-ҡалаһы колледждарын, филиалдарын үҙ эсенә алды.

Сара өс этаптан торҙо, унда урта һөнәри белем биреү учреждениеһы студенттарына "Колледж менән танышыу", "Бел", "Һөнәр тупла" тигән эштәрҙе башҡарырға кәрәк ине. Сарала ҡатнашыусылар урта һөнәри белем биреү темаһына арналған һорауҙарға яуап биреп кенә ҡалманы, шулай уҡ видеоға төшөрҙө һәм һөнәри техник белем биреү системаһына бәйле башватҡыстарҙы ла систе.

Сара колледж студенттарында урта профессиональ белем биреү системаһына ҡарата ғорурлыҡ тәрбиәләүгә, уҡыусыларҙың мотивацияһын һәм ижади әүҙемлеген арттырыуға, Башҡортостанда Урта һөнәри белем биреү көнөн популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Уны төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге ойошторҙо.

Белешмә өсөн: Рәсәй Федерацияһы Президентының 2022 йылдың 24 июлендәге 496-сы Указына ярашлы, 2 октябрҙә Урта һөнәри белем көнө билдәләнә.

Фото: mgazeta.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас