Белем һәм тәрбиә
28 Сентябрь 2022, 04:30

Өс тиҫтә йылға яҡын белем усағына тоғролоҡ һаҡлай

Улай ғына түгел, Шәмсулла Хәбибрахманов әлеге белем усағын ошо сама йылдар уңышлы етәкләй. Сираттағы бөйгесебеҙ менән яҡындан таныштырабыҙ. 

Өс тиҫтә йылға яҡын белем усағына тоғролоҡ һаҡлайӨс тиҫтә йылға яҡын белем усағына тоғролоҡ һаҡлай
Өс тиҫтә йылға яҡын белем усағына тоғролоҡ һаҡлай

Улай ғына түгел, Шәмсулла Хәбибрахманов әлеге белем усағын ошо сама йылдар уңышлы етәкләй. Сираттағы бөйгесебеҙ менән яҡындан таныштырабыҙ. 

Шәмсулла Хәбибулла улы Дәүләкән районының Сапай ауылында тыуып үҫкән. Үҙ көсө, белеме менән үҙенә үҙе юл ярған, һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәгән, көслө рухлы, алдынғы ҡарашлы, һоҡланғыс шәхес ул Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы директоры.

Шәмсулла Хәбибулла улын 1993 йылда Сипайлово биҫтәһендә әле төҙөлөп кенә ятҡан 136-сы мәктәпкә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Киләһе йылына белем усағы үҙ ишектәрен асып, тәүге балаларҙы ҡабул итә. Бөгөн был башҡорт лицейы – һәр йәһәттән үҫешкән, матди йәһәттән ныҡлы тәьмин ителгән, көслө педагогтар коллективы тупланған алдынғы мәғариф учреждениеһы. Бында белем сифаты ла, тәрбиә кимәле лә һәр саҡ өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Лицей ашханаһының эшмәкәрлеге лә күптәргә үрнәк булырлыҡ.

Шәмсулла Хәбибрахманов – Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. 2014 йылда “Йыл директоры” иҫтәлекле билдәһе менән бүләкләнә. 2020 йылда уның фиҙакәр хеҙмәте республикабыҙҙың юғары наградаһы – Салауат Юлаев ордены менән билдәләнде.

Коллегалары Шәмсулла Хәбибулла улын юғары ойоштороу оҫталығына эйә, рухлы, заманса фекер йөрөткән, алдынғы ҡарашлы директор булараҡ билдәләй һәм хөрмәт итә.

Гәзитебеҙ ойошторған “Алдынғы белем усаҡтарының булдыҡлы директорҙары” конкурсында ла уға уңыштар теләйбеҙ һәм конкурсантыбыҙ өсөн ихлас тауыш бирергә саҡырабыҙ.

Фотолар:  М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан.

Өс тиҫтә йылға яҡын белем усағына тоғролоҡ һаҡлай
Өс тиҫтә йылға яҡын белем усағына тоғролоҡ һаҡлай
Өс тиҫтә йылға яҡын белем усағына тоғролоҡ һаҡлай
Өс тиҫтә йылға яҡын белем усағына тоғролоҡ һаҡлай
Өс тиҫтә йылға яҡын белем усағына тоғролоҡ һаҡлай
Өс тиҫтә йылға яҡын белем усағына тоғролоҡ һаҡлай
Өс тиҫтә йылға яҡын белем усағына тоғролоҡ һаҡлай
Өс тиҫтә йылға яҡын белем усағына тоғролоҡ һаҡлай
Өс тиҫтә йылға яҡын белем усағына тоғролоҡ һаҡлай
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас