Белем һәм тәрбиә
28 Сентябрь 2022, 15:30

"Әсәйем күрһәткән юлдан барам"

“Алдынғы белем усаҡтарының булдыҡлы директорҙары” конкурсында – Сибайҙан Роза Бикбова.

"Әсәйем күрһәткән юлдан барам""Әсәйем күрһәткән юлдан барам"
"Әсәйем күрһәткән юлдан барам"

Сибай гимназия-интернаты - көньяҡ-көнсығыш төбәктә генә түгел, бар республикала билдәле уҡыу йорттарының береһе. 1960 йылда ошо яҡ райондарҙағы етем, социаль йәһәттән аҙ яҡланған, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусылар өсөн асылған белем усағы бөгөн - инновациялы программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырған абруйлы мәғариф учреждениеһы. Унда әле республиканың Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, Йылайыр һәм башҡа райондарынан, күрше өлкәләрҙән 286 уҡыусы белем ала.

Сибай гимназия-интернатына 15 йылға яҡын Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Роза Бикбова етәкселек итә. Тәжрибәле педагог, оҫта ойоштороусының тырышлығы менән уҡыу йорто республика кимәлендә алдынғылар рәтендә. Күптән түгел Роза Хаммат ҡыҙы Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатына ла лайыҡ булды.

Уҡыусыларға төплө белем биреүҙә, һис һүҙһеҙ, директорҙың өлөшө ҙур. Етәксе талапсан, яңылыҡҡа ынтылыусан икән, уҡыу йортоноң да эшмәкәрлеге һөҙөмтәле. Заман менән йәнәш атлаған алдынғы хужаларҙың береһе ул Роза Хаммат ҡыҙы.

"Холоҡ-фиғелем – атайым менән әсәйемдән. Атайым, Хаммат Ҡорбанғәлиев, сығышы менән Хәйбулла районынан. Оҙаҡ йылдар Аҡъяр совхозында парторг булып эшләне, хеҙмәтенә яуаплы ҡарауы, башҡаларға ихтирамлы, иғтибарлы булыуы менән районда ҙур хөрмәт ҡаҙанды. Әсәйем Миңзада Абдулла ҡыҙы - Көйөргәҙе районы ҡыҙы. Оҙаҡ йылдар балаларға математиканан белем бирҙе, Татырүҙәк мәктәбе ҡарамағындағы интернатта тәрбиәсе булып эшләне. Шул интернатта эшләгәнендә балалар өсөн ни тиклем борсолғаны, уларҙы шәмбе өйҙәренә оҙатып, йәкшәмбе ҡаршы алыуы, ҡырҡ ата балалары хаҡында әсәләрсә хәстәрлек күреүе, уларҙың һәр проблемаһын хәл итергә тырышыуын йыш иҫкә алам. Ул саҡтарҙа был минең өсөн нисектер ят ине. Әсәйем беҙгә ҡарағанда сит балаларҙы күберәк ҡурсалай, ярата кеүек тойола ине. Бөгөн иһә уның интернат балаларына йылы мөнәсәбәтен яҡшы аңлайым, ни ҡәҙәр оло йөрәкле булғанына хайран ҡалам. Ысынлап та, ата-әсәһенән йыраҡтағы ҡыҙ һәм малайҙар өсөн тәрбиәсе - уларҙың икенсе әсәһе, кәңәшсеһе, иң ҙур терәге.

Ошондай тәрбиә күреп үҫкәнгәлер, миңә гимназия-интернатҡа етәкселек итеү ауыр тип әйтмәҫ инем. Беҙҙә бик татыу, берҙәм педагогик коллектив тупланған", - ти заманында Татырүҙәк урта мәктәбен тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем алып, Хәйбулла районының Әбүбәкер урта мәктәбендә географиянан уҡытҡан, артабан Татырүҙәк белем усағында директор булған, унан Сибай гимназия-интернатында директор урынбаҫары, директор бурыстарын иңенә алған Роза Бикбова.

Заман менән йәнәш атлаған, коллегаларына ҡарата талапсан һәм ғәҙел етәксе, уҡыусылары өсөн хәстәрлекле "икенсе әсәй", ата-әсәләр араһында абруй ҡаҙанған хужаға артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ. Әйткәндәй, Роза Хаммат ҡыҙы - Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе лә.

Фотолар Сибай гимназия-интернаты төркөмөнән.

"Әсәйем күрһәткән юлдан барам"
"Әсәйем күрһәткән юлдан барам"
"Әсәйем күрһәткән юлдан барам"
"Әсәйем күрһәткән юлдан барам"
"Әсәйем күрһәткән юлдан барам"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас