

Ярославль ҡалаһында “Рәсәйҙең иң яҡшы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе” конкурсы барыуы, унда Башҡортостан данын Мәләүез ҡалаһының 16-сы “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гүзәл Ҡараҙбаеваның яҡлауы тураһында хәбәр иткәйнек.
Шулай итеп, конкурс тамам. Гүзәл Илдар ҡыҙы “Бәйләнештә”ге сәхифәһенә был хаҡта яҙма ҡуйған. "Байрам аҙағына яҡынлашты. Мин еңеүсе лә түгел, тәүге алдынғы 15 тәрбиәсе исемлегенә лә инмәнем. Уның ҡарауы, ошондай ҙур ярышта ҡатнашыуым бик файҙалы булды. Бында туплаған тәжрибәмдең артабанғы үҫешемә этәргес биреренә ышанам. Илебеҙҙең иң яҡшы тәрбиәселәре менән аралашыу үтә мөһим".
Гүзәл Ҡараҙбаева яҙыуынса, Ярославль уның күңелендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ бай тәьҫораттар ҡалдырған.
Фото Гүзәл Ҡараҙбаеваның сәхифәһенән.