Белем һәм тәрбиә
29 Сентябрь 2022, 08:45

“Һәр көн – бүләк!”

Тап шулай ти Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова  

“Һәр көн – бүләк!”“Һәр көн – бүләк!”
“Һәр көн – бүләк!”

5 октябрь – Уҡытыусылар көнө айҡанлы иғлан иткән конкурсыбыҙҙа ҡатнашҡан бәйгеселәр менән яҡындан таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасиповалағы күптәрҙе һоҡландырған сифаттарҙың береһе – тормошҡа йылмайып бағып, уға рәхмәтле булып йәшәүе, йөҙөндә нур булып балҡыған оптимизмы. Ошо сифаттары төбәктә алдынғы, көслө белем усағы булып танылған гимназия-интернат менән етәкселек иткәндә лә ярҙам итмәй ҡалмай.

“Красноусол ауылының үҙәгендә урынлашҡан Башҡорт гимназия-интернаты быйыл  25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ғафури районының мөхтәрәм зыялылары тырышлығы менән асылған уҡыу йорто ул. Төбәктә берҙән-бер һаналған башҡорт гимназияһын етәкләү – оло яуаплылыҡ та, ғорурлыҡ та. Эшемде, коллективымды, уҡыусыларымды яратам. Беҙҙә хеҙмәтенең  оҫтаһы булып танылған педагогтар эшләй, улар менән ғорурланам. Рухлы, белемле, илһөйәр йәш быуын тәрбиәләү маҡсатында берҙәм, бер маҡсатлы булып эшләйбеҙ”, - ти алдынғы ҡарашлы директор ханым.

Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙына, БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетын тамамлағас, Учалы, Бөрйән райондары, Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә эшләп, тәжрибә тупларға насип була. “Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, директорҙарымдан уңдым. Барыһына ла рәхмәтлемен. Әле лә эшемдә улар биргән һабаҡтарға, уларҙан өйрәнгән тәжрибәгә таянам”, - ти Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы.

Гөлсөм Монасипова социаль селтәрҙә үҙ блогын алып барырға ла ваҡыт таба. Уның “Илһам иле мәҙәктәре”н күптәр ҡыҙыҡһынып уҡый, “Һәр көн – бүләк!” тип аталған блогында ла ҡыҙыҡлы яҙмалар менән уртаҡлашып бара. 

Дуҫтар! Республикабыҙҙың иң алдынғы белем усаҡтары директорҙары ҡатнашҡан конкурсҡа әүҙем ҡушылығыҙ, лайыҡлы директорҙар өсөн тауыш бирегеҙ!

Фотолар: Г. Монасипованың шәхси архивынан һәм социаль селтәрҙән.

“Һәр көн – бүләк!”
“Һәр көн – бүләк!”
“Һәр көн – бүләк!”
“Һәр көн – бүләк!”
“Һәр көн – бүләк!”
“Һәр көн – бүләк!”
“Һәр көн – бүләк!”
“Һәр көн – бүләк!”
“Һәр көн – бүләк!”
“Һәр көн – бүләк!”
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас