Белем һәм тәрбиә
29 Сентябрь 2022, 17:30

Һәр уҡытыусыға ҙур ышаныс бағлай

“Алдынғы белем усаҡтарының булдыҡлы директорҙары” конкурсында – Баймаҡ лицей-интернаты етәксеһе Иҙел Әбүбәкиров.

Һәр уҡытыусыға ҙур ышаныс бағлайҺәр уҡытыусыға ҙур ышаныс бағлай
Һәр уҡытыусыға ҙур ышаныс бағлай

Баймаҡ лицей-интернаты - районда ғына түгел, республикала алдынғы уҡыу йорттарының береһе. Бөгөн 300-гә яҡын уҡыусыны үҙ ҡанаты аҫтына алған мәғариф учреждениеһында балаларға төплө белем биреүгә, һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.

Уҡыу йорттарының эш һөҙөмтәһе сығарылыш уҡыусыларының һаны, уларҙың тормошта лайыҡлы урын таба алыуы менән баһалана. Был йәһәттән Баймаҡ лицей-интернаты үҙ хеҙмәт дәүерендә өс меңгә яҡын уҡыусыға белем биреп, оло тормош юлына сығарған. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре үҙ өлкәһендә уңышлы хеҙмәт итә. Бөгөнгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, тиҫтәнән ашыу фән докторы (Зөфәр Йәнекәев, Лик Зәйнуллин, Сәфәрғәле Йәнтүрин, Йәлил Һөйөндөков, Миңлеғәле Нәҙерғолов һ.б); ике тиҫтәнән күберәк фән кандидаты, йөҙләгән хужалыҡ һәм ойошма етәксеһе, бер нисә халыҡ артисы, 50-нән ашыу атҡаҙанған уҡытыусы һәм башҡа тармаҡтарҙағы атҡаҙанған эшмәкәрҙәр – ошо интернат "осорған ҡошсоҡтар".

Лицей-интернат матди-техник яҡтан заман талаптарына ярашлы тулыһынса йыһазландырылған. Уҡытыу физика-математика һәм социаль-гуманитар йүнәлештә алып барыла. Өҫтөнлөклө белем биреү проекты нигеҙендә химия, физика, информатика, математика, рус теле һәм әҙәбиәте кабинеттары мультимедиа технологиялары менән тәьмин ителгән. Быйылғы уҡыу йылында “Үҫеш нөктәһе” үҙәге буйынса асылған кабинеттар лицей-интернат уҡыусылары һәм педагогтары өсөн йәнә бер ҡыуаныс булды.

Әле лицей коллективына йәш, һәләтле, алдынғы ҡарашлы директор Иҙел Данил улы Әбүбәкиров етәкселек итә. Ул уҡыу йортоноң электән һаҡланған ҡиммәттәренә тоғро ҡалып, уҡытыу-тәрбиә системаһына заман алымдарын да ҡыйыу индерә. Һәр яңылыҡты беренселәрҙән булып ҡабул итеү, тормошҡа ашырыу сифаты хас Баймаҡ лицей-интернаты директорына. Көслө коллективтың мөмкинлектәрен юғары баһалай, һәр педагогка ҙур ышаныс бағлап эш итә ул.

"Киләсәккә аныҡ маҡсаттар менән барған лицей-интернатта ҙур үҙгәрештәр көтөлә: полилингваль уҡыу йорто булараҡ, тағы ла бейегерәк үрҙәргә ынтыласаҡбыҙ", - ти етәксе.

Фотолар Иҙел Әбүбәкировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Һәр уҡытыусыға ҙур ышаныс бағлай
Һәр уҡытыусыға ҙур ышаныс бағлай
Һәр уҡытыусыға ҙур ышаныс бағлай
Һәр уҡытыусыға ҙур ышаныс бағлай
Һәр уҡытыусыға ҙур ышаныс бағлай
Автор:Карима Усманова
Читайте нас