Белем һәм тәрбиә
30 Сентябрь 2022, 02:00

"Егерменсе"ләрҙең шәп етәксеһе ул!

5 октябрҙә билдәләнәсәк Уҡытыусылар көнөнә арналған конкурс бәйгеселәре менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ: Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Булат Зинуров. 

"Егерменсе"ләрҙең шәп етәксеһе ул!"Егерменсе"ләрҙең шәп етәксеһе ул!
"Егерменсе"ләрҙең шәп етәксеһе ул!

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Булат Илшад улы Зинуров теүәл бер йыл элек бик иҫтәлекле көндә – 5 октябрҙә – Уҡытыусылар байрамында гимназия директоры вазифаһында эш башлай.

“Өйрәнеү ауыр булды, тип әйтә алмайым, сөнки быға тиклем З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт мәктәбен етәкләп, күпмелер тәжрибә туплағайным”, - ти ул. Шулай уҡ республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһында эшләү ҙә ярайһы уҡ ҙур тәжрибә була йәш етәксегә.

Ошо бер йыл эсендә 20-се башҡорт гимназияһында булған яңылыҡтарҙың ҡайһы берҙәре: Салауат ҡалаһындағы “АСТ” компанияһы менән килешеү нигеҙендә электр энергетикаһы класы, робот техникаһы түңәрәге, милли көрәш секцияһы, “Өфө” футбол клубы менән берлектә футбол секцияһы, мультимузыкант Зәйнетдиндең бейеү мәктәбе асылған; хеҙмәт дәрестәре Республика балалар технопаркында үткәрелә башлаған; баш ҡаланың башҡорт, полилингваль белем усаҡтары менән хеҙмәттәшлек килешеүҙәре төҙөлгән; Фатима Мостафина исемендәге кабинет-музей һәм башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте үҙәге төҙөлгән, ошо исемдәге махсус премия булдырылған һ.б.  

Бында хәҙер ғәҙәти ҡыңғырау ҙа үҙенсәлекле: дәртле көйҙән һуң “Дәрес башлана! Һеҙ булдыраһығыҙ!” йәки “Дәрес тамам. Һеҙ – Башҡортостандың киләсәге!” һәм башҡа төрлө саҡырыуҙар яңғырай. Был башланғыс менән хатта Мәскәү ҡунаҡтары ла ҡыҙыҡһынған.

Фотолар: Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы архивынан.

"Егерменсе"ләрҙең шәп етәксеһе ул!
"Егерменсе"ләрҙең шәп етәксеһе ул!
"Егерменсе"ләрҙең шәп етәксеһе ул!
"Егерменсе"ләрҙең шәп етәксеһе ул!
"Егерменсе"ләрҙең шәп етәксеһе ул!
"Егерменсе"ләрҙең шәп етәксеһе ул!
"Егерменсе"ләрҙең шәп етәксеһе ул!
"Егерменсе"ләрҙең шәп етәксеһе ул!
"Егерменсе"ләрҙең шәп етәксеһе ул!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас