Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
30 Сентябрь 2022, 13:30

Олоһо ла, кесеһе лә яратып уҡырлыҡ китап

Ул күңелендә урғылған уй-тойғоларҙы ташҡа баҫтырған.

Олоһо ла, кесеһе лә яратып уҡырлыҡ китап
Олоһо ла, кесеһе лә яратып уҡырлыҡ китап

Күренекле журналист һәм дәүләт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тәлғәт Сәғитовтың “Хәтер ипкендәре” тигән китабының исем туйында бик күп арҙаҡлы шәхестәр, рәсми кешеләр, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләүенсә, автор китабында үҙе түгел, ә кешеләр хаҡында яҙған. Йәш быуын “Хәтер ипкендәре”н уҡып, тарих тураһында беләсәк, бүтән төрлө мәғлүмәттәр ҙә аласаҡ.

– Ҡалын булыуына ҡарамаҫтан, уны бер тынала уҡып бөттөм, сөнки ул ҡыҙыҡлы һәм еңел яҙылған, – тине Әминә Ивний ҡыҙы.

Тыумышы менән Ишембай районының Маҡар ауылынан булған Тәлғәт Сәғитов әйтеүенсә, ул күңелендә урғылған уй-тойғоларҙы ташҡа баҫтырған. Әйткәндәй, Тәлғәт Ниғмәтулла улы алты йылдан ашыу “Башҡоростан” республика гәзитенең баш мөхәррире булды.

Шулай уҡ бүтән сығыш яһаусылар ҙа китаптың уҡымлы һәм бай йөкмәткеле булыуына баҫым яһаны. Байрамда Тәлғәт Сәғитовтың туғандарын һәм яҡындарын күреү ҡыуаныслы ине.

Фото: Резеда Шәңгәрәева.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: