Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Октябрь 2022, 11:30

Уҡытыусылар көнө – уның өсөн икеләтә байрам

“Алдынғы белем усаҡтарының булдыҡлы директорҙары” конкурсында - Өфөнөң 101-се иҡтисадты тәрәндән өйрәнеү мәктәбе етәксеһе Иштуған Ноғоманов.

Уҡытыусылар көнө – уның өсөн икеләтә байрам
Уҡытыусылар көнө – уның өсөн икеләтә байрам

5 октябрь – Уҡытыусылар көнө айҡанлы ойошторған конкурсыбыҙҙа алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы, шәп директорҙар ҡатнаша. Шуларҙың береһе – Өфө ҡалаһының 101-се иҡтисадты тәрәндән өйрәнеү мәктәбе директоры Иштуған Ноғоманов. 

Иштуған Рәйес улының был мәғариф учреждениеһына етәкселек итә башлауына бер йыл ғына әле. Әммә уның педагогик стажы ла, етәкселек тәжрибәһе лә тос.

Баймаҡ районының Татлыбай ауылында 5 октябрҙә донъяға килә ул. Шуға күрә Уҡытыусылар көнө – уның өсөн икеләтә байрам.

БДУ-ның Сибай институтын тамамлаған йәш белгес ошо ҡаланың 10-сы мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Артабан ҡала мәғариф бүлегендә методист, “Юлдаш” ял лагерында тәрбиәсе, “Тиҫтер” үҫмерҙәр клубының, “Шифа” ял базаһының директоры була. Бер үк мәлдә шәхсән үҫеш өҫтөндә лә даими эшләй: юғары юридик белемгә, ә былтыр “Мәғариф тармағында менеджмент” дипломына эйә була.

2011 йылда Иштуған Ноғомановҡа Сибай ҡалаһындағы Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейына етәкселек итеү бурысын ышанып тапшыралар. Был яуаплы вазифаны ун йыл дауамында лайыҡлы башҡара.

Әле Иштуған Рәйес улы етәкселек иткән мәктәптең төп үҙенсәлеге – иҡтисадты тәрәндән өйрәнеү. Был фән бында башланғыс кластарҙан алып уҡытыла.

- Педагогик коллектив көслө. Йәш уҡытыусылар күп кенә. Беҙҙә остазлыҡ алымы, йәғни тәжрибәле педагогтарҙың йәш коллегаларына ярҙам итеүе матур традиция булараҡ йәшәп килә. Етәксе булараҡ, белем усағының матди техник хәленә лә етди иғтибар бирергә тырышам. Уҙған уҡыу йылында “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, спорт майҙансығын яңыртыуға өлгәштек, - тип яҡшы яңылыҡтары менән дә уртаҡлашты директор.

Хөрмәтле дуҫтар! “Алдынғы белем усаҡтарының булдыҡлы директорҙары” конкурсын йомғаҡлауға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Беҙ һеҙҙе тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Фотолар: 101-се иҡтисадты тәрәндән өйрәнеү мәктәбе архивы.

Уҡытыусылар көнө – уның өсөн икеләтә байрам
Уҡытыусылар көнө – уның өсөн икеләтә байрам
Уҡытыусылар көнө – уның өсөн икеләтә байрам
Уҡытыусылар көнө – уның өсөн икеләтә байрам
Уҡытыусылар көнө – уның өсөн икеләтә байрам
Уҡытыусылар көнө – уның өсөн икеләтә байрам
Уҡытыусылар көнө – уның өсөн икеләтә байрам
Уҡытыусылар көнө – уның өсөн икеләтә байрам
Уҡытыусылар көнө – уның өсөн икеләтә байрам
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: